Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Июль 2025, 15:30

Өфө студенттары еңеү яуланы

Улар үҙҙәрен халыҡ-ара кимәлдә күрһәтте

Өфө студенттары еңеү яуланы
Өфө студенттары еңеү яуланы

Өфөнөң вуз-ара студенттар резиденты, Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитекторҙар командаһы Новосибирск ҡалаһында «Vetonit 2024-2025» мәртәбәле халыҡ-ара студенттар конкурсы финалында 1-се урын яуланы. Конкурсҡа Рәсәй һәм Белоруссияның юғары уҡыу йорттарынан 160 студенттан 66 эш бирелде. Финалға 18 иң яҡшы командалар сыҡты. Улар араһында бишәүһе ӨДНТУ-ның архитектура-төҙөлөш институты кафедраһынан.

- 2024-2025 миҙгеленең темаһы “Ҡыҙыл казармалар” мәҙәни мираҫы объектының биләмәһе үҫеше проектын комплекслы тикшереү һәм 3-сө һанлы Новосибирск клиник психиатрия дауаханаһының биләмәһендә креатив кластер булдырыу ине. Конкурсанттарға ауыр эште атҡарыу бурысы ҡуйыла: тарихи ҡиммәтте һаҡлап, кластер проектлау, тотороҡло үҫеш принципы буйынса булған корпустарҙы модернизациялау, RENGA программа комплексында яңы медиаүҙәктең BIM-моделен булдырыу, - ти ӨДНТУ-ның “Архитектура” кафедраһы мөдире Светлана Байморатова.

 Өсөнсө урынды Ростовтан килгән команда яуланы, икенсе урынға Белоруссия студенттары лайыҡ булды. Тәүге урынға Өфө дәүләт нефть-техник университетының “K.S.I.” командаһы эйә булды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан командаһының проекты тарихи биләмәне регенерациялауға тәрән мөнәсәбәтте, проектлауҙың һанлы инструменттарына юғары оҫталыҡтарын күрһәткән.

 -Өфө студенттары командаһының Халыҡ-ара кимәлдә  уңышы беҙҙең төҙөлөш тармағының кадрҙар әҙерләүенең юғары кимәлен сағылдырҙы, - ти Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас