Белем һәм тәрбиә
9 Июля 2025, 16:25

Йәш ғалим алтын миҙал яулаған

Полина Полякова Рәсәй Фәндәр академияһының оло баһаһын алған

Йәш ғалим алтын миҙал яулағанЙәш ғалим алтын миҙал яулаған
Йәш ғалим алтын миҙал яулаған

Рәсәй Фәндәр академияһы үҙ миҙалдарына дәғүә итеүселәр араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Өфө нефть университетының Нефть-газ инжинирингы Һәм һанлы технологиялар институты магистратураһының 2-се курсы студенты Полина Полякова машиналар эшләү, механика һәм идара итеү процестары мәсьәләләре өлкәһендә алтын миҙалға лайыҡ булды.

– Рәсәй Фәндәр академияһының йәш ғалимдар өсөн конкурсы һәләтле йәш тикшеренеүселәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, фәндәге йәштәрҙең профессиональ үҫешенә булышлыҡ итеү, ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла. Полина Полякованың эше ҙур баһаға лайыҡ булыуы – айырым учреждение өсөн генә түгел, тотош республиканың фән өлкәһе өсөн дә мөһим ваҡиға. Был юғары наградала тикшеренеүсе һәм тәжрибәле остаздарҙың ҙур хеҙмәте ята, – тип билдәләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Полина Полякова – "Алюминий нигеҙендәге ике компонентлы композиттарҙың механик үҙенсәлектәрен молекуляр динамика ысулы менән тикшереү” тип аталған фәнни хеҙмәттең авторы. Йәш ғалим үҙенең тикшеренеүҙәрен Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры, физика-математика фәндәре докторы Юлия Байымова һәм Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор, физика-математика фәндәре докторы Радик Мөлөков етәкселегендә алып барған. Фәнни эштең һөҙөмтәләре артабанғы тәжрибә эштәре өсөн нигеҙ булып тора.

– Тикшеренеү нефть һәм газ индустрияһы һәм машиналар эшләү өсөн бик мөһим булған материалдарҙы өйрәнеү өлкәһендә яңы мөмкинлектәр аса. Беҙ Өфө дәүләт нефть-техник университетында ошондай һәләтле йәш ғалимдарҙың уҡыуы һәм эшләүе менән ғорурланабыҙ. Рәсәй Фәндәр академияһының алдынғы институттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүебеҙ студенттар өсөн уңыш нигеҙе булып тора, – тип билдәләй юғары уҡыу йорто ректоры Олег Баулин.

Сығанаҡ: БР Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас