Белем һәм тәрбиә
10 Июль 2025, 18:30

Педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреүҙә ярҙам итәләр

Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус резиденты булған М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында белем биреү сифатын күтәреүҙә методик ярҙам буйынса эшен дауам итә. 

Педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреүҙә ярҙам итәләрПедагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреүҙә ярҙам итәләр
Педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреүҙә ярҙам итәләр

Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус резиденты булған М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында белем биреү сифатын күтәреүҙә методик ярҙам буйынса эшен дауам итә. Үҙ-ара эш итеүҙең төп аспекты булып Аҡмулла университетының, кадрҙар потенциалын үҫтереүҙең мәғлүмәт-аналитика системаһын (МАС) файҙаланып, педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү тора.

-Аҡмулла университеты белгестәре тарафынан эшләнгән платформа автоматлаштырылған режимда уҡытыусының һөнәри компетенциялары кимәлен диагностикаларға һәм асыҡланған һөнәри дефициттарҙы бөтөрөү өсөн индивидуаль белем биреү маршруттарын эшләргә мөмкинлек бирә. Һуңғы йыл дауамында платформаны ДХР һәм ЛХРҙың мәғариф киңлегенә индереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында МАС ҡулланыусылар һаны 3 меңдән ашыу кеше тәшкил итә. Шулай итеп, әлеге ваҡытта беҙ яңы Рәсәй биләмәләрендә мәғлүмәт йәһәтенән уңышлы интеграция тураһында һөйләй алабыҙ, -тип һөйләне М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Луганск Халыҡ Республикаһында МАС ҡулланыу операторы булып Луганск дәүләт педагогия университеты базаһында Профессиональ оҫталыҡты өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәге тора. 2025 йылдың апрелендә ЛДПУ командаһы Аҡмулла университеты хеҙмәткәрҙәре ярҙамында бөтә структур подразделениеларҙан 6 модуль буйынса 200-ҙән ашыу уҡытыусының универсаль һәм дөйөм профессиональ компетенцияларын диагностикалаған. Луганск педагогия университетының Мәғарифты үҫтереү үҙәге эксперттары социаль-гуманитар, коммуникатив-һанлы, һаулыҡ һаҡлау, психологик-педагогик, тәрбиә, уҡыу-тикшеренеү модулдәре буйынса контроль-баһалау материалдарының йөкмәткеһенә баһа бирҙе.

 Донецк Халыҡ Республикаһында Аҡмулла университетының мәғлүмәт-аналитика системаһы хәҙер уҡытыусының профессиональ компетентлыҡ кимәлен баһалауҙың төп инструменты булып тора. Был процесты Донецк республика мәғарифты үҫтереү институты базаһында Профессиональ оҫталыҡты өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәге күҙәтә.

Үҙәк командаһы белем биреү ойошмалары идарасылары өсөн диагностик материалдар уйлап табыусы сифатында сығыш яһай. Әлеге ваҡытта контроль-үлсәү материалдарын яраҡлаштырыу һәм уларҙы платформаға урынлаштырыу буйынса эш алып барыла.

Белешмә.    Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27099/     

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас