

Өфөгә сәйәхәт Ҡурған балалары өсөн яңы киңлектәр, мөмкинлектәр асты. Өлкәнең Әлмән районы уҡыусылары Башҡортостандың баш ҡалаһына мәғариф өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә килде.
Маҡсат бер – республиканың фәнни һәм белем биреү ҡеүәтен күрһәтеү. Балалар Вуз-ара кампус лабораторияларында булды, лекциялар тыңланы. Профессор-уҡытыусылар составы уларға оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Башҡортостан дәүләт медицина университетында балалар кафедраларҙың, “Аллоплант” күҙ хирургияһы клиникаһы менән танышты, уҡыу тренажерҙарында эшләп ҡараны.
Уҡыусыларҙы алып килгән химия уҡытыусыһы Нэлли Бикмөхәмәтова әйтеүенсә, сәфәр мауыҡтырғыс ҡына түгел, фәһемле лә булған, балалар күп яңы мәғлүмәт алған, тиҫтерҙәре, уңышҡа өлгәшкән өлкәндәр менән аралашҡан.
Республика юғары уҡыу йорттарының белем биреү ҡеүәте ҙур. Әле яңы йүнәлеште – белем биреү туризмын – үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелә. Ул Башҡортостанда юғары белем алыуҙың популярлығын арттырыуға этәргес бирәсәк.
Фотолар Әлмән районы уҡыусыларынан.