

Июлдә Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусының Өфө дәүләт нефть техник университеты эшенә йыл ярым була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кампустың тәүге сиратын эшләтеп ебәреү 2024 йылдың февралендә булды. Нефть вузы унда ике ҡатты биләй.
- Беҙҙең кампус – төрлө яҡлап та иң яҡшыһы. Ғилми-белем биреү эшмәкәрлеге һәм студенттар ижады өсөн бында эталон киңлек принциптарын булдырабыҙ. Һуңғы тиҫтә йылда был Башҡортостандың юғары мәктәбе һәм фәне үҫешенә һалынған иң ҙур өлөш, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кампустың тәүге сиратын асҡан ваҡытта.
Бер йыл ярым ваҡыт эсендә Өфөләге студенттар кампусы баш ҡала йәштәре өсөн ысын мәғәнәһендә тартыу нөктәһенә әүерелде. Бында яңы университет мөхите, фән, технологиялар, мәғариф, ижад симбиозы булдырыла, вуздар һәм индустриаль партнерҙар араһында бәйләнеш нығытыла.
ӨДНТУ-ның үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов, был ваҡыт эсендә нимәләр башҡарылыуын, кампус стеналарында вуздың пландары тураһында һөйләне.
-Вуз-ара кампус проектында беҙ 2021 йылданбыҙ, тулы ҡеүәткә уның бинаһында былтыр 1 марттан эш башланыҡ. Май айында тәүге тапҡыр федераль проект буйынса төҙөлә башлаған илдең кампустары араһында ӨДНТУ сығарылыш квалификация эштәрен яҡлауҙы уҙғарҙы. Был хәбәр дәүләт каналдары буйлап таралды. Был йәһәттән беренсе булдыҡ һәм беҙҙе бының менән ҡотланылар. Вуз-ара кампуста ӨДНТУ-ның төп бурысы – йәштәр өсөн ғилми, белем биреү һәм башҡа төрлө урындар булдырыу. Бында 10 лаборатория һәм үҙәк урынлашҡан. Бында тормош бер ҡасан да һүрелмәй. Әлеге мәлдә әүҙем рәүештә һөнәри йүнәлеш биреү саралары алып барыла. Беҙгә мәктәптәр, ата-әсәләр комитеттары, уҡыусылар, колледж студенттары килә. Йәйге лагерҙарҙан балаларға экскурсиялар ойошторола.
Бында ҡунаҡтар ағымы бик ҙур. Уларға нефть университеты тураһында, уңыштары, унда эшләгән кешеләре хаҡында һөйләү мөмкинлегебеҙ киң. Йыл ярым эшләү ваҡытында 180 мең кеше килгән - был бик ҙур һан. Киләсәктә беҙҙең лабораториялар нигеҙендә балаларға түңәрәк эшен ойоштороу ниәте бар. Был һорау ябай түгел, уға ныҡлы итеп әҙерләнергә кәрәк, - тине ул.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.