Белем һәм тәрбиә
21 Июль 2025, 06:00

Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"

Йылайырҙа быйылғы фестиваль нисек үтте?

Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"

Матур йолаға әйләнгән йәштәрҙең “Аҫылташ” форумы был юлы ла йәмле Йылайыр районының Һынташ ауылы янында урынлашҡан «Дуҫлыҡ» балалар лагерында үтте. Быйыл сара «Zа единство страны – Zа берҙәмлек» йәштәр фестивале булараҡ ойошторолдо.

Алдынғы ҡарашлы, заман менән йәнәш атлаған йәштәр бер майҙанға йыйылды. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, сарала эшләүсе йәштәрҙең  дә ҡатнашыуы әһәмиәтле булды. Бөтәһе дүрт майҙансыҡта - студенттар өсөн «Самородок – Аҫылташ» йәштәр форумы,  Башҡортостандың эшләүсе йәштәренең туристик слеты (предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн), Башҡортостан студенттарының туристик слеты (студсоветтар, профсоюздар һәм ятаҡтар советтары өсөн), Республиканан сыҡҡан студенттар өсөн «Республика һәм ил менән бергә» йәштәр форумын берләштерелде.

Йәштәр фестивалендә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис  Мелкоедов, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов һәм башҡалар ҡатнашты.

Өс көн дауамында барған фестивалдең программаһы бай һәм йөкмәткеле булды. Был көндәрҙә йәштәр билдәле эксперттар менән йәштәр өсөн актуаль темаларға - милләт-ара мөнәсәбәт, спорт, эске туризм, мәҙәниәт һәм ижади индустрияла үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты, «Һалдатҡа хат» акцияһында, күргәҙмәләрҙә, төрлө викториналар, оҫталыҡ дәрестәрендә, экстремаль спорт уйындарында ҡатнашты, интерактив зоналарҙа уҡтан атырға өйрәнде, һәр кис сәхнә янында Башҡортостандың популяр артистары ҡатнашлығында матур концерт ҡараны, күңелле дискотекала бейене, халыҡ уйындары уйнаны, усаҡ янында тиҫтерҙәре менән аралашты. «Бүреләр» рок төркөмөнөң, йәштәр күптән үҙ иткән Скани (Искәндәр Сөләймәнов) ҡатнашлығында концерт-дискотека барыһына ла оҡшаны.

Илдә барған махсус хәрби операция бер кемде лә битараф ҡалдырмай һәм һәр сараның төп темаһы булып ҡала. Бигерәк тә йәштәрҙә илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләүҙә булышлыҡ иткән «Һалдатҡа хат» акцияһына форумда ҡатнашыусыларҙың әүҙем  ҡушылыуы хуплауға лайыҡ. Бында Тыуған илебеҙ тыныслығы һағында тороусы егеттәребеҙгә һәр кем рәхмәт һәм изге теләктәрен юллап хаттар яҙҙы, яугирҙәрҙе яҡындары янына имен-һау ҡайтыуҙарын теләне. Шулай уҡ фестивалдә йәштәр “Преображенск” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тирмәһендә булды, уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан районыбыҙҙа яугирҙәр өсөн башҡарылған эштең бер төрө - антидрон юрғандар, кейем-һалым, аҙыҡ-түлекте сублимациялау, ҡорот киптереү менән танышты, маскировка селтәрҙәре үреүҙә үҙ өлөштәрен индерҙе һәм махсус хәрби операцияһында йөрөгән егеттәребеҙгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Киске сәғәттәрҙә батырлыҡ, илһөйәрлек темаһына «Бетеү», «Группа крови» кинофильмдарын ҡараны.

Шулай уҡ “Аҫылташ-2025» йәштәр форумы барышында пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итеү буйынса дәрестәр үтте, егет һәм ҡыҙҙарға пилотһыҙ аппараттарҙы идара итеү системаһының нисек эшләүен үҙ күҙҙәре менән күрергә насип булды, әммә уларҙы ысынбарлыҡта ҡулланырға тура килмәһен.  

«Аҫылташ»та быйыл да йола буйынса «Батырҙар ярышы» үткәрелде. Ярыш шарттары буйынса командаларға километр ярым арауыҡты төрлө ҡаршылыҡтар аша – батҡаҡтан, ҡолға буйлап, сырмалған ептәр араһынан, бейеклеккә үрмәләп, һыуҙан йүгереп һәм башҡа төр ҡаршылыҡтар аша үтеү бурысы ҡуйылды. Был экстремаль ярыш һынауҙарын бар командалар ҙа лайыҡлы башҡарып сыҡты, берәүҙең дә артта ҡалғыһы килмәне – кемеһелер йүгереүҙә алдынғылыҡты бирмәһә, икенсеһе бейеклеккә үрмәләүҙә сослоҡ күрһәтте.

Бөтә Рәсәй йәштәр «Росмолодежь. Гранттар» проекттары конкурсы йомғаҡтарын иғлан ителеүен бар йәштәр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Был юлы конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәре тип табылған ете проект авторы грант алыуға өлгәште.

Өс көн дауамында әүҙем йәштәрҙең үҙ һәләттәрен асыу һәм ижади мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу майҙансығы булып торған «Аҫылташ-2025» республика форумы фестивалдә ҡатнашыусыларҙың хисле йырҙары, дәртле бейеүҙәренән торған ҙур концерт менән тамамланды. Иң мөһиме – республика йәштәре үҙ-ара аралашты, дуҫтар тапты һәм яңы еңеүҙәргә көс тупланы.

Сығанаҡ: "Ауыл уттары" һәм "Аҫылташ" төркөмө.

Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Аҫыл йәштәрҙе йыйҙы "Аҫылташ"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас