Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2025, 12:45

15 миллион һум бүленгән

Нефть университеты грант яуланы.

15 миллион һум бүленгән15 миллион һум бүленгән
15 миллион һум бүленгән

Өфө дәүләт нефть техник университетының 12 кафедраһы һәм ғилми мәктәбе юғары уҡыу йорттары араһындағы конкурста, фәнни-тикшеренеү лабораторияларын төҙөүгә һәм аспиранттарҙың ғилми-квалификация эштәренә әҙерлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса уҡыуҙа еңеү яулаған.

Улар лабораторияларҙы йыһазландырыуға ҡоролмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн аҡса аласаҡ. Был маҡсатҡа юғары уҡыу йорто 15 миллион һум тирәһе аҡса бүлгән. Конкурс "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Өҫтөнлөк 2030" программаһын үҫтереүгә ярашлы ойошторолған.

– Төбәктә фәнде үҫтереү һәм ғалимдарҙың абруйын арттырыу йәһәтенән төп шарт – йәш тикшеренеүселәрҙең хеҙмәте өсөн заманса уңайлылыҡ булдырыу, – тип һөйләй Башҡортостандың фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. – Яңы лабораториялар асыу, булған майҙансыҡтарға ремонт үткәреү – фәнни тикшеренеүҙәрҙе комплекслы үҫтереүгә ҡоролған. Грант алыусылар киләсәктә үҙҙәрен тағы ла тик ыңғай яҡтан күрһәтеренә ышаныс ҙур.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас