Белем һәм тәрбиә
22 Июля 2025, 05:40

Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо ни хаҡында? Борсолорға урын бармы?

Ошо бойороҡҡа бәйле тыуған һорауҙарға аңлатма.

Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо ни хаҡында? Борсолорға урын бармы?Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо ни хаҡында? Борсолорға урын бармы?
Рәсәй Мәғариф министрлығының 704-се бойороғо ни хаҡында? Борсолорға урын бармы?

2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү федераль программаларына ҡағылышлы ҡайһы бер бойороҡтарына үҙгәрештәр индереү тураһында 704-се бойороғо үҙ көсөнә инәсәк тип көтөлә.

Ошо бойороҡҡа бәйле тыуған һорауҙарға аңлатма.


Беренсенән, Рәсәй Мәғариф министрлығының үрҙә телгә алынған 704-се бойороғо менән яңыртылған уҡыу пландары варианттары раҫлана. Йәғни, предметтар буйынса аҙналыҡ уҡытыу сәғәттәре билдәләнә. Был бойороҡ туған телдәргә генә ҡағылмай. Шулай итеп, ошо документҡа ярашлы, мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеүгә 1-се класта – бер сәғәт, 2-3-сө кластарҙа – икешәр сәғәт, 4-се класта – бер сәғәт, 5-тән 8-се класҡа тиклем – икешәр сәғәт, 9-сы класта бер сәғәт билдәләнгән. 10-11-се кластар өсөн уҡыу пландары үҙгәрмәй.

Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына телдәрҙе уҡытыу буйынса даими үҙгәрештәр индерелеүе сәбәпле һәм йәмәғәтселектең был мәсьәләгә битараф булмауын иҫәпкә алып, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы был теманы даими контролдә тота.
Республикала туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре кәмемәһен тигән маҡсатта, 2022 йылда ведомство вәкилдәре Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә кәңәшмәләр үткәрә. Был һөйләшеүҙәрҙә уҡытыусылар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә ҡатнаша. Федераль закондар, норматив документтар рөхсәт иткән ысулдар ҡулланылып, туған тел дәрестәрен ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмай, киреһенсә, уларҙы арттырыу мөмкинлектәре өйрәнелә.

Һөҙөмтәлә башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ тейешле кимәлдә уҡытылыу ойошторола. Йыл һайын республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы коллегияһы ҡарары менән модификацияланған уҡыу пландары раҫланып, мәктәптәргә тәҡдим ителә. Уларҙа Берҙәм дәүләт имтиханы булараҡ һайланған төп предметтарға һәм туған телдәргә өҫтәнлөк бирелә.

Дәлилдәр бар. Республикала 2019 йылдан алып биш көнлөк уҡытыу системаһына күсеүгә ҡарамаҫтан, туған телдәрҙе уҡытыу сәғәттәре элекке кимәлдә һаҡланып килә. Туған телен өйрәнгән балалар һаны ла арта. 2024/25 уҡыу йылында Башҡортостан уҡыусыларының 91,1 проценты башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнгән.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:
Читайте нас