Белем һәм тәрбиә
22 Июль 2025, 14:11

“Знание. Лектор” конкурсына теркәлеп өлгөрөгөҙ

2025 йылдың 30 июленә тиклем Башҡортостан халҡы “Знание.Лектор": vk.cc/cKHfP3 Бөтә Рәсәй конкурсының бишенсе миҙгеленә заявка бирә ала.

“Знание. Лектор” конкурсына теркәлеп өлгөрөгөҙ“Знание. Лектор” конкурсына теркәлеп өлгөрөгөҙ
“Знание. Лектор” конкурсына теркәлеп өлгөрөгөҙ

2025 йылдың 30 июленә тиклем Башҡортостан халҡы “Знание.Лектор": vk.cc/cKHfP3 Бөтә Рәсәй конкурсының бишенсе миҙгеленә заявка бирә ала. “Белем” йәмғиәте проекттың остаздарын - улар араһында билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт, мәғариф һәм медиа өлкәләрендәге идарасылар бар - иғлан итте. Улар 2 меңдән ашыу ҡатнашыусыға онлайн-консультациялар үткәрәсәк. Башҡортостандан “Йәш лектор” номинацияһында – 104 ҡатнашыусы – мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары. Уларға ете тематик йүнәлеш бирелә, шулар араһында төбәктә иң популяры “Медиа, коммуникациялар һәм һанлы грамоталылыҡ”.

 - Өлкән конкурсанттар һуңғы заявкаларын биргәндә, беҙ уҡыусылар һәм урта махсус белем биреү учреждениеһы студенттары араһында теркәлеүгә йомғаҡ яһаныҡ. Илдең иң яҡшы лекторы статусы өсөн Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 4 196 уҡыусы көрәшәсәк. Әле үк улар мәғрифәтселектә тәүге аҙымдарын яһай: үҙ лекцияларын ойоштора һәм тиҫтерҙәре менән белемдәрен уртаҡлаша, – ти Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Кирилл Хвиль.  

Ҡатнашыусылар менән медиаөлкәнең билдәле вәкилдәре: “Газпром-Медиа Холдинг”-тың генераль директоры Александр Жаров, RT телеканалының һәм “Россия сегодня” медиатөркөмөнөң баш мөхәррире Маргарита Симоньян, хәрби хәбәрселәр Александр Коц, Андрей Руденко һ. б. осрашасаҡ.

 “Знание. Лектор” - Бөтә Рәсәй конкурсы, ул һәр төбәктә һәләтле мәғрифәтселәрҙе асыҡларға һәм был өлкәлә уларҙың профессиональ үҫеше өсөн мөмкинлектәр булдырырға ярҙам итә. Дүрт йыл эсендә унда Рәсәйҙең 89 төбәгенән 41 мең кеше ҡатнашҡан, конкурсанттар 14 меңдән ашыу лекция үткәргән. Бишенсе миҙгел “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үтә.

Автор - Арина Алекперова, фото - Российское общество "Знание"

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас