

2025 йылдың 24 июлендә Һамар өлкәһенең Мастрюков яланында “Росмолодежь. Форумдар” платформаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған Волга буйы федераль округының “иВолга” йәштәр форумын асыу тантанаһы үтте. Ул Рәсәйҙең иң ҙур ваҡиғаларының береһе булып тора. Быйыл форум Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән һәм илдең башҡа субъекттарынан мең ярымдан ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы – улар 14-35 йәшлек уҡыусылар, студенттар, йәш белгестәр һәм активистар. Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында 95 кеше. Форум Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронаты аҫтында үтә.
Форумды асыу тантанаһы төп сәхнәлә үтте. Программа Волга буйы федераль округы төбәктәре делегациялары парадынан башланды. Кульминацияһы булып символик “Ваҡыт машинаһы” арт-объектын асыу булды, ул ҡатнашыусыларҙың иғтибарын илдең тарихи мираҫына йүнәлткән сюжетлы уйындың башланыуын билдәләй. Был “иВолга-2025” мәғрифәтселек программаһының нигеҙе булып торасаҡ. Сәхнәлә шулай уҡ ижади коллективтар сығыш яһаны, хөрмәтле ҡунаҡтар, шул иҫәптән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне.
Быйылғы форумда патриотик көн тәртибенә айырыуса иғтибар бүленә. Мастрюков яланында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тарихи хәтер павильоны эшләй. Ҡатнашыусылар интерактив маршруттар үтә, яҡташтарының батырлыҡтары тураһында күберәк белә, хәтер акцияларында һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Форумдың эше ете профилле йүнәлеш буйынса төҙөлгән: “Фән”, “IT һәм һанлы технологиялар”, “Патриотизм”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Ҡотҡарыу хеҙмәте”, “Сәнәғәт комплексы” һәм “Идара итеү”. Форум барышында ҡатнашыусылар төрлө заданиелар үтәй, команда һынауҙарын үтә, уйын жетондарын туплай һәм бергәләп Рәсәй йәштәренең коллектив хыялын формалаштыра.
"Килгәс тә бер нисә тикшереү этабы, аккредитация үттек, палаткаларға урынлаштыҡ. Форумды асыу тәьҫирле, сағыу булды. Көн ваҡиғаларға бай үтте, башҡа көндәр тағы шәберәк булыр тип өмөтләнәм”, - ти Башҡортостандан Әҙилә Ғаббасова.
Бынан тыш, ҡатнашыусыларҙы белем биреү лекциялары, спорт турнирҙары, тематик кисәләр, шулай уҡ грант конкурстары көтә. Мәҙәни программа сағыу ваҡиғаларҙы йөкмәткеле һәм файҙалы форматтар менән берләштерә – ижади фестивалдәрҙән алып белем биреү һәм патриотик майҙансыҡтарға тиклем. Унда мәҙәни-патриотик минимум, округ диджей фестивале һәм “иВолга тауышы” төбәк йыры конкурсы инә.
25 һәм 26 июлдә Мастрюков яланында ихата спорт төрҙәре буйынса турнирҙар һәм төбәк сатырҙары менән таныштырыу ойошторола. Форум конкурс еңеүселәрен бүләкләү һәм сюжетлы уйын командаларының йомғаҡлау сығышы менән тамамланасаҡ.
Волга буйы федераль округының “иВолга” йәштәр форумын ойоштороусылар - Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты, шулай уҡ “Росмолодежь. Форумдар”платформаһы менән берлектә “Беренселәр хәрәкәте”.