Белем һәм тәрбиә
30 Июль 2025, 13:40

Республика ярҙам итәсәк

Бында ауыл хужалығы тармағы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр.

Республика ярҙам итәсәкРеспублика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Мишкә агросәнәғәт колледжында булды. Бында ауыл хужалығы тармағы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләйҙәр. Колледжда Мишкә, Асҡын, Бөрө, Борай, Балтас һәм Ҡариҙел райондарынан килгән 300-ҙән ашыу кеше уҡый.

Республика етәксеһе оҫтаханаларҙы, уҡыу кластарын һәм студенттар өсөн ятаҡты ҡараны, шулай уҡ белем биреү учреждениеһы бинаһын үҙгәртеп ҡороу проекты менән танышты. Радий Хәбиров киләһе йылда оҫтаханаларҙы яңыртыуға республика бюджетынан 27 миллион һум бүлергә ҡушты. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы колледж етәкселеге менән бина ҡыйығын һәм йылылыҡ системаһын ремонтлау буйынса пландар менән танышты.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Республика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк
Республика ярҙам итәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас