Белем һәм тәрбиә
31 Июль 2025, 10:30

Афарин, Максим!

Тирә-яҡҡа ағыу сәселеүенә юл ҡуймай.

Афарин, Максим!Афарин, Максим!
Афарин, Максим!

Максим Лабееев ауыл хужалығы ерҙәренә ашламаларҙы, пестицидтарҙы һәм биопрепараттарҙы еңел генә һиптереп сығыу өсөн пилотһыҙ осоусы система уйлап тапҡан. Ул – егеттең диплом эше лә, стартап та.

Өфөләге вуз-ара кампустың Өфө нефть техник университеты технология эшҡыуарлыҡ үҙәге юғары уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһын ярҙамдан өҙмәгән. Шуныһы, кампус "Йәштәр һәм балалар" милли проекты нигеҙендә төҙөлгән. Әйтеүҙәренсә, өр-яңы система баҫыуҙы автоматик рәүештә эшкәртә, химикатты әҙ ҡуллана, ағыуҙың тирә-яҡҡа күп сәселеүенә юл ҡуймай.

– Республикабыҙҙа агродронды файҙаланыу киләсәктә артасаҡ, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Аграрийҙар производствола пилотһыҙ осоусы аппараттың бөтә өҫтөнлөктәрен дә яҡшы аңлай, айырыуса баҫыуҙы эшкәрткәндә ул асыҡ күренә. Тейешле урынға ғына һиптереү, тиҙ арала эшкәртеү, сығымдарҙы әҙ түгеү һәм башҡалар - шуға асыҡ миҫал.

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ямғырҙан һуң һәр баҫыуға техника менән инеү мөмкин түгел, ә агродронға бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас