Белем һәм тәрбиә
1 Август 2025, 15:45

Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы

Быйыл институттан 170 йәш офицер сыға, 117-һе республикала хеҙмәт итәсәк.

Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланыРадий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты эске эштәр органдары белгестәрен сығарыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе уҡыу йортон тамамлауҙары менән йәш белгестәрҙе ҡотланы һәм отличиелы дипломдар тапшырҙы.

– Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тыңлаусыларын, уҡытыусыларын һәм ветерандарын 51-се сығарылыш менән ҡотлайым,  – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең институт хоҡуҡ һаҡлау органдарына белемле хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙең бай традицияларын лайыҡлы дауам итә. Һеҙҙең сығарылыш белгестәренең профессионализмы бөтә ил буйынса юғары баһалана.

Башҡортостан Башлығы институтты тамамлағандарҙың күбеһенең ҡорал менән махсус хәрби операция барышында Ватанды яҡлауҙарын һәм Тыуған илгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәрен билдәләне. Эш осоронда вуз 25 меңдән ашыу хоҡуҡ һағында тороусыларҙы әҙерләне. Быйыл институттан 170 йәш офицер сыға, 117-һе республикала хеҙмәт итәсәк, 53-ө Рәсәйҙең 11 төбәгендә.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов  һәйкәленә сәскәләр һалды, шулай уҡ юғары профессиональ оҫталығы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡыу бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Елена Кулешҡа Башҡортостандың Почет грамотаһын тапшырҙы.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Радий Хәбиров йәш белгестәрҙе ҡотланы
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас