Белем һәм тәрбиә
8 Август 2025, 11:00

Илебеҙ студенттары Өфөлә фәнни-популяр турҙа булды

Ҡатнашыусыларҙы Өфө вуздарының алдынғы лабораториялары буйлап мауыҡтырғыс экскурсияла йөрөттөләр, Башҡортостандың алдынғы ғалимдарының техник фәндәр өлкәһендәге йүнәлештәре һәм асыштары менән таныштырҙылар.

Илебеҙ студенттары Өфөлә фәнни-популяр турҙа булдыИлебеҙ студенттары Өфөлә фәнни-популяр турҙа булды
Илебеҙ студенттары Өфөлә фәнни-популяр турҙа булды

4–13 августа Өфөлә Башҡортостан: уйындар аша – технологияларға” тип аталған беренсе төбәк-ара студенттар экспедицияһы үтә. Ойоштороусыһы – “Берлога” киберфизик инновациялар оҫтаханаһы. Экспедиция Өфөнөң донъя кимәлендәге вуз-ара кампус майҙансығында ойошторола. Унда бөтә Рәсәйҙән студенттар ҡатнашты.

“Шень Ко. Фәнни-техник эшләнмәләр донъяһы” фәнни-популяр маршруты буйынса ҡатнашыусыларҙы Өфө вуздарының алдынғы лабораториялары буйлап мауыҡтырғыс экскурсияла йөрөттөләр, Башҡортостандың алдынғы ғалимдарының техник фәндәр өлкәһендәге йүнәлештәре һәм асыштары менән таныштырҙылар.

Йола буйынса, сәйәхәт вуз-ара кампуста башланды. Балалар кампус ғалимдарының етди эшләнмәләре менән танышты: Алдынғы инженерлыҡ мәктәбендә, студенттарҙың архитектура-төҙөлөш студияһында, аддитив технологиялар, популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияларында булды, “Киләсәк образы” проекты һәм кибер-ателье тураһында белде.

Өфө фән һәм технологиялар университетында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында туристар берлектәге Рәсәй-Ҡытай фәнни-техник тикшеренеүҙәрен һәм эшләнмәләрен, донъяла башҡа бер ҡайҙа ла күрһәтелмәгән уникаль станок моделен, биомедицинала ҡулланыу өсөн наноструктуралы титанды, шул иҫәптән имплантаттарҙы күрҙе. Шулай уҡ Авиадвигателдәр музейында булды –  унда үткән быуаттың 40-сы йылдарынан алып тармаҡтың үҫеш тарихын сағылдырған уникаль экспонаттар коллекцияһы тупланған.

Экспедицияла ҡатнашыусылар бер көн эсендә техник фәндәр донъяһының нигеҙҙәренән алып заманса уйлап табыуҙар емештәренә тиклем күреп өлгөрҙө.

– Беҙҙең бурыс –йәштәргә уйын аша фекерләү ҡеүәһен дә үҫтерер өсөн механиканы, тарихты һәм төбәк контексын нисек берләштерергә кәрәк икәнен күрһәтеү. Өҫтәүенә, экспедиция – ул интенсив ҡына түгел, был – студенттар өсөн командала эшләү тәжрибәһен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге, идеяны ҙур мәғәнә һалынған тере уйын продуктына әйләндереү, – ти “Берлога” киберфизика инновациялары оҫтаханаһы етәксеһе Айгүзәл Әхкәмова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, РФ Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы эш алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙамында 24 ошондай студенттар ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. Уларҙың берәүһе Н. Э.Бауман исемендәге МДТУ нигеҙендә төҙөлөп бөткән дә инде.  2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етергә тейеш.

Башҡортостан заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәрҙең береһе булды. Өфөлә Евразия фән һәм белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусының беренсе өлөшө былтыр, 2024 йылдың февралендә асылды.

Мәғлүмәт, фото: pravitelstvorb.ru/news/27260/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас