

Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы барышында республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына абитуриенттарҙан 206 584 ғариза ҡабул ителгән. Был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 25 процентҡа күберәк. Башҡортостан вуздарында күҙәтелгән ыңғай үҙгәрештәрҙең нигеҙендә оҙайлы, системалы фиҙакәр эшмәкәрлек ята, тип билдәләне белгестәр.
Беҙҙә уҡыу абруйлы
Быйыл республика вуздарында бөтәһе 15 523 бюджет урыны бар. Ҡабул итеүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәләре буйынса 10600 самаһы йәш кеше беренсе курс студенты булған. Әлеге ваҡытта ситтән тороп уҡыу бүлектәренә, магистратураға ҡабул итеүҙәр дауам итә, уларға ла ярайһы уҡ күләмдә бюджет урындары бүленгән.
– Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙың артыуы беҙҙең өсөн бик мөһим индикатор, тимәк, Өфөнөң юғары уҡыу йорттары йәштәр өсөн ылыҡтырғысҡа әйләнә бара. Уларҙа уҡыу абруйлы. Был – юғары уҡыу йорттары етәкселеге һәм коллективтары, республиканың идара итеү командаһы, алдынғы предприятиелар күп көс һәм энергия һалған ҙур системалы эштең һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем, – тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Белеүебеҙсә, быйыл Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто “Өҫтөнлөк-2030” Рәсәй университеттарына тәғәйен дәүләт яҡлауы программаһы ҡатнашыусыһы булыуға өлгәште. Бынан тыш, “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, Өфөлә илдә иң яҡшы кампустарҙың береһе төҙөлә. Былар барыһы ла йәштәр тыуған төйәгендә белем алһын, республикаға уҡырға башҡа төбәктәрҙән һәләтле балалар килһен өсөн эшләнә.
Йылдағыса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың баалларына айырым иғтибар бүленә. Тәүге һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, республиканың уҡыу йорттарына 69 яугир һәм 545 хәрбиҙең балалары уҡырға ингән. Тәүгеләре башлыса Башҡортостан дәүләт аграр университетына өҫтөнлөк биргән, ә бына махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары араһында Өфө фән һәм технологиялар университетын һайлаусылар күп.
Колледждарҙа ла конкурс ҙур
Быйыл республиканың урта һөнәри уҡыу йорттарына документтар ҡабул итеү 15 авгусҡа тиклем дауам итте. Вуздар кеүек, колледждарҙа ла конкурстың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, бөтә ил буйынса август башына алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, урта һөнәри уҡыу йорттарына 1,7 миллион ғариза тапшырылған, был былтырғынан 800 меңгә күберәк. Был йәһәттән дә Башҡортостан – алдынғылар рәтендә. Төбәгебеҙ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Краснодар, Пермь крайҙары, Төмән, Мәскәү һәм Новосибирск өлкәләре менән бер рәттә тора.
– Урта һөнәри уҡыу йорттарына ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы йәштәр араһында эшсе һөнәрҙәрҙең ихтыяжлы булыуын һәм Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуҙы асыҡ күрһәтә. Колледж йәки техникумға уҡырға ингән һәр студент – илебеҙҙең төп тармаҡтарын үҫтерәсәк һөнәрмән ул, – тип билдәләне РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.
Быйыл республика колледждарында 24 меңгә яҡын бюджет урыны булдырылған. Уларҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшө – 43 проценты инженерия һәм заманса технологиялар менән бәйле һөнәрҙәргә тура килә. Шулай уҡ медицина, педагогия йүнәлештәре буйынса ла бюджет урындары етерлек.
Һуңғы бер нисә йылда республика етәкселеге урта һөнәри уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу эшенә ныҡлы иғтибар бүлә. Һөҙөмтәлә уларҙың тышҡы йөҙө, эске биҙәлеше, йыһазландырыу кимәле үҙгәреү менән бер рәттән белем биреү мөмкинлектәре лә арта.
– Республикабыҙ өсөн һөнәри белем биреү системаһының мөһим әһәмиәткә булыуын аңлайбыҙ, шуға күрә ауырлыҡтарға ҡарамай, уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, – тип билдәләне республика Башлығы. Мәҫәлән, былтыр төбәк бюджетынан 15 колледжды ремонтлауға аҡса бүленгән. Ятаҡтарҙы тәртипкә килтереүгә йыл һайын 500 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, быйыл колледждарҙы капиталь ремонтлау буйынса федераль программа булдырылды. Ике йылда республикабыҙҙағы ете урта һөнәри уҡыу йортон ремонтларға уйлайҙар.
“Өфө университетын һайланым!”
Ғәлинур Ишмуллин быйыл Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған. Уҡыу осоронда һәр йәһәттән әүҙем егет була ул, яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтына уҡырға ингән.
– “Дөйөм практика юрисы” тигән йүнәлеште һайланым. Тап ошонда уҡырға инеүемә бик шатмын. Беренсенән, Өфө университеты – республиканың иң ҙур һәм ҡеүәтле вузы, икенсенән, бындағы Хоҡуҡ институты көслө юридик мәктәп булараҡ күптән инде танылыу яулаған. Шуға күрә ошо уҡыу йортонда төплө белем алырыма ышанам. Туғандарым, таныштарым араһында Өфө университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаусылар күп кенә.
Документтарымды Өфөгә генә бирмәнем, Мәскәү, Ҡазан вуздарына ла тапшырҙым. Теләк булғанда, уларға ла уҡырға инә ала инем, әммә мин Өфөнө һайланым. Бында туғандарым, дуҫтарым күп, ғөмүмән, миңә Өфө ныҡ оҡшай, шуға һис икеләнеүһеҙ ошондай ҡарар ҡабул иттем, – тип фекере менән уртаҡлашты Ғәлинур.
Эйе, күп йәштәр бөгөн “өйҙә уҡыу рәхәтерәк” тигән ҡарашта. Өфө районы Шамонин ауылы мәктәбен тамамлаған Данир Сайтаков та Өфө фән һәм технологиялар университетын һайлаған.
– Уҡыу йортоноң Информатика, математика һәм робот техникаһы институтын, анығыраҡ итеп әйткәндә, бөгөн бик ҙур һорау менән файҙаланған IT инженер белгеслеген һайланым. Мәктәптә уҡыған осорҙан тап ошо вузда уҡыу теләгем ҙур булды, шуға күрә ситкә китеү тураһында уйламаным да. Һайлаған һөнәремә эйә булып, тыуып үҫкән Өфөмдә эшле булырға теләйем, – тине Данир.
Камила Ғайсина быйыл Өфө технология һәм дизайн колледжын тамамлаған. Әлеге ваҡытта ситтән тороп юғары уҡыу йортона инеүгә имтихандар тапшыра.
– Колледждан һуң ҙурыраҡ ҡала йәки сит ил вузына уҡырға инеү тураһында хыялландым. Уҡыуҙы тамамлау менән бик һәйбәт эш урыны килеп сыҡты, шуға күрә пландарым ҡырҡа үҙгәрҙе. Әммә юғары белем алырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Бер нисә Өфө вузына ситтән тороп уҡырға документтар тапшырҙым. Үҙебеҙҙә уҡыу минең өсөн күпкә уңайлы буласаҡ, – ти ҡыҙ.
ФЕКЕР
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:
– Республика вуздарына уҡырға инергә теләүселәрҙең артыуы – күп йыллыҡ ҙур хеҙмәттең нигеҙле һөҙөмтәһе. Бында хеҙмәт баҙарында ихтыяжлы булған яңы йүнәлештәрҙең барлыҡҡа килеүе лә роль уйнай. Шулай уҡ вуздарҙың матди-техник базаһының нығыныуы, студенттар белем аласаҡ һәм йәшәйәсәк кампустың барлыҡҡа килеүе һәм, әлбиттә, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең өр-яңы башланғыстары ла ошоға булышлыҡ итте.
Республикабыҙ етәкселегенең федераль үҙәк менән берлектә ҡабул иткән ҡарарҙары белем биреү кимәленең сифатын күтәреү йәһәтенән дә, уны ылыҡтырғыс итеү буйынса ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Ата-әсәләргә лә мәктәп тамамлаған балаһының тыуған республикаһында йәшәп, лайыҡлы белем алыуы, киләсәктә ошонда эш табыуы ныҡ мөһим. Республикабыҙҙа йәштәр бик күп һәм беҙ ошо демография ресурсын һаҡларға теләйбеҙ. Шуға күрә бындай һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Беҙҙең Башҡортостан вуздарында уҡыуҙы һайлаған йәштәр киләсәктә фән менән шөғөлләнер, үҙҙәрен ысын һөнәрмәндәр итеп танытыр һәм ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшер, тип ышанабыҙ.
Фотолар - Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты архивынан.