Белем һәм тәрбиә
18 Август 2025, 11:30

Агродиктант яҙыуҙа ҡатнашығыҙ!

2025 йылдың 8 октябренән 12 октябргә саҡлы Беренсе Бөтә Рәсәй аграр диктанты үткәреләсәк

Агродиктант яҙыуҙа ҡатнашығыҙ!Агродиктант яҙыуҙа ҡатнашығыҙ!
Агродиктант яҙыуҙа ҡатнашығыҙ!

2025 йылдың 8 октябренән 12 октябргә саҡлы Беренсе Бөтә Рәсәй аграр диктанты үткәреләсәк.

Акцияны “Берҙәм Рәсәй” партияһының  “Рәсәй ауылы” федераль партия проекты “Россельхозбанк” менән һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй ауыл хужалығы һәм Фән министрлыҡтары, Рәсәй фәндәр академияһы менән берлектә ойоштора. Был сара Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә тура килтерелгән.

Агродиктант онлайн-форматта агродиктант.рф порталында, шулай уҡ мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, урта һөнәри белем учреждениелары, АПК һәм эшкәртеү предприятиелары базаһында,  “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындағы бүлексәләренең офлайн-майҙансыҡтарында үткәреләсәк.

“Агросәнәғәт продукцияһынан тыш кеше йәшәй алмай һәм ул – беҙҙең төп ҡиммәт. Шул уҡ ваҡытта ризыҡтың нисек һәм нимәнән эшләнгәнен, ауыл хужалығының төп терминдарын һәр кеше белә тип әйтеп булмай. Аграр диктант тармаҡты популярлаштырыуҙа мөһим алым буласаҡ”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Аграр диктант яҙырға теләгәндәр 1 сенбярҙән теркәлергә тейеш, унда һәр кем ҡатнаша ала.  

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас