

Башҡортостанда яһалма интеллекттың киләсәге ниндәй?
21 августа Өфөләге Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың Геном үҙәгендә Башҡортостан яһалма интеллект берләшмәһенең осрашыуы була. Уны "21-се мәктәп" Һанлы технологиялар мәктәбе ойоштора. Сара Башҡортостан Республикаһында яһалма интеллекттың мөмкинлектәре һәм перспективалары тураһында һөйләшеү өсөн һанлы технологиялар өлкәһендәге эксперттарҙы, фән һәм мәғариф вәкилдәрен, уйлап табыусыларҙы, нейро селтәрҙәре өлкәһендәге белгестәрҙе йыясаҡ.
– Дәүләт үҙ эшмәкәрлегендә, шулай уҡ граждандарға дәүләт хеҙмәттәре күрһәткәндә яһалма интеллект технологияларын ҡулланыуға йүнәлтелгән. Был өлкәләге эксперттар менән ошондай осрашыуҙар үткәреү мөһим, был, һис шикһеҙ, технология үҫешенә этәргес бирә. "21-се мәктәп" - Башҡортостанда яһалма интеллектты индереүгә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн перспективалы майҙансыҡтарҙың береһе, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Ҡатнашыусылар Башҡортостанда яһалма интеллект технологияларын индереүҙең төрлө йүнәлештәрен тикшерәсәк.
Сара 21 августа 18:00 сәғәттә Геном үҙәге, “21-се мәктәп”, Зәки Вәлиди урамы, 32/2б адресы буйынса уҙа. Һылтанма буйынса теркәлеү - по ссылке.
“21-се мәктәп” - Бөтә Рәсәй һанлы технологиялар мәктәбе, унда IT-һөнәрҙе үҙләштереү һәм фекерҙәштәр араһында реаль проекттар өҫтөндә эшләү мөмкин.
Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27321/