

Татарстан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары – Татарстан Республикаһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Олег Коробченко эш сәфәре менән донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында эш сәфәре менән булды.
Министр Өфө фән һәм технологиялар университетының күп функциялы материалдар һәм Башҡортостан дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияларында йәш белгестәр менән аралашты. “Өң” тигән киберфизика инновациялар оҫтаханаһында йәштәр менән үҫтерә торған компьютер уйынын ҡараны. Шулай уҡ ҡунаҡ ӨДНТУ-ның кибер-ателье концепцияһы менән ҡыҙыҡһынды.
-Уның тураһында беҙҙең еңел сәнәғәт предприятиеларына һөйләйәсәкмен.Тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүгә был был креатив алым. Шулай уҡ бөгөн һеҙҙең медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһы менән Татарстандың бер компанияһы менән хеҙмәттәшлеге тураһында яҡынса килешелде. Уны индустриаль партнер рәүешендә тәҡдим иттем. Дөйөм алғанда, тәьҫораттар ҙур, ошондай ҙур проектты бик тиҙ тормошҡа ашыраһығыҙ. Кампус заманса, унда тормош ҡайнап тора, – тине министрлыҡ етәксеһе.
Кампус директоры Сергей Гладких Олег Коробченкоға Өфө кампусы үҫеше тураһында һөйләне.
-Кампуста 20-нән ашыу лаборатория һәм үҙәктәр, байтаҡ инновация инфрастуктура объекттары эшләй. Тиҫтәләгән берлектәге тикшереүҙәр индустриаль партнерҙар һорауы буйынса уҙғарыла. Быйыл апрелдә Геном үҙәген эшләтеп ебәрҙек. Унда Рәсәй фәндәр академияһының Өфөләге филиалының геномика интеллектуаль үҙәген һәм мәктәп 21+ урынлаштырҙыҡ. Кампустың икенсе сиратынтөҙөү ҙә әүҙем бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Бөгөнгө көндә “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы 24 ошондай студенттар ҡаласыҡтары проектлана һәм төҙөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.