

Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә билдәле булды. Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы Өфөлә бөгөн үтәсәк. Шулай уҡ бөгөн Бөрөлә республика август мәғариф конференцияһы асыла.
Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылында республика мәктәптәренән 53 меңгә яҡын уҡыусыны уҡыу урынына алып барыу һәм ҡайтарыу ҡаралған. Был маҡсатҡа белем биреү йәки махсуслаштырылған ойошмалар балансында булған 1590 мәктәп автобусы йәлеп ителәсәк.
– 2025 йылда республика мәктәптәре федераль һәм төбәк программалары сиктәрендә яңы мәктәп автобустары аласаҡ. Республика август кәңәшмәһен уҙғарыу көнөндә уларға төрлө маркалы яңы автобустарҙан асҡыстар тапшырыласаҡ. Был иҫкергән транспортты алмаштырырға һәм мәктәп автобустары паркын ярайһы уҡ яңыртырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне министр.
Бынан тыш министр быйылғы уҡыу йылында индереләсәк яңылыҡтар тураһында хәбәр итте. Шулай итеп, 1 сентябрҙән “Тыуған яҡ тарихы” яңы уҡыу курсы, берҙәм дәрес планлаштырыу һәм дәрестәр теҙмәһе индерелә, контроль эштәр һаны кәмей. Бынан тыш, бөтә ил буйынса көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдарҙың берҙәм даталары билдәләнгән. “Яңы уҡыу йылы сифатлы белем биреү өсөн тулы мөмкинлек бирер, үҫеп килгән быуында патриотик аң формалаштырыу өсөн мөһим этап булыр, тип ышанам”, — тине Илдар Мәүлетбирҙин.