Белем һәм тәрбиә
31 Август 2025, 08:30

Сибайҙа бар бер мәктәп

Телһөйәр, илһөйәр балалар тәрбиәләү – белем усағының төп маҡсаттарының береһе

Сибайҙа бар бер мәктәпСибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп

Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы яңы уҡыу йылына бына нисек әҙерләнгән?! Һоҡланғыс күренеш!

Мәктәп ҡапҡаһын башҡорт телендәге мәғлүмәти стендтар менән биҙәнек тип хәбәр итә лицей директоры Дилә Фәтҡуллина.

"Бөйөк шәхестәрҙең фекерҙәренән тыш, башҡорт теле ҡағиҙәләре лә уҡыусылар өсөн файҙалы буласаҡ. Был эште мәктәп коллективы һәм атай-әсәйҙәр менән берлектә тормошҡа ашырҙыҡ. Эстафетаны Башҡортостан республикаһының милли һәм полилингваль мәктәптәренә тапшырабыҙ", - ти Дилә Урал ҡыҙы.

Телһөйәр, илһөйәр балалар тәрбиәләү – белем усағының төп маҡсаттарының береһе. Яңы уҡыу йылында мәктәп уҡыусыларына уңыштар, ата-әсәләргә сабырлыҡ, уҡытыусыларға һөнәри үрҙәр теләйек.

Сығанаҡ: "Юлдаш"

Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Сибайҙа бар бер мәктәп
Автор:Карима Усманова
Читайте нас