Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2025, 13:15

Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы

Өфө фән һәм технологиялар университетында талантлы студенттар менән осрашыу үтте.

Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығыЙәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы
Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы

Өфө фән һәм технологиялар университетында Белем көнө йола буйынса юғары уҡыу йортоноң иң яҡшы беренсе курс студенттары менән осрашыуҙан башланды.

Башҡортостандың ҙур юғары уҡыу йортона яңы  ҡабул ителгән студенттарҙы вуз ректоры, профессор Вадим Захаров, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров, “Һаҡлыҡ банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов тәбрикләне.

– Бөгөн бында һәләтле беренсе курс студенттары йыйылған. Улар төбәгебеҙҙең һәм университеттың алтын фонды, - тип тәбрикләне ӨФТУ-ның ректоры Вадим Захаров. – Был көн һеҙгә оло тормош юлығыҙға яҡшы старт булһын. Бында һеҙ уҡыу йортон һәм республикағыҙҙы данлап яңы уңыштарға өлгәшерһегеҙ.

Ҡотлауҙарға килгән ҡунаҡтар ҙа ҡушылды. Министр Вито Сабиров та иң изге теләктәрен белдерҙе. 

–   Волга буйы федераль округының йәштәргә бай төбәгендә белем аласаҡһығыҙ. Республикала белем биреү, студенттар потенциалын үҫтереү өсөн күп нәмә эшләнә. Башҡортостанда уникаль инфраструктуралар булдырыла, был йәштәр өсөн ҙур мөмкинлектәр аса, – тине Вито Сабиров. Һәм студенттарға ярҙамға йүнәлтелгән көнүҙәк программалар тураһында һөйләне.

Өфөләге вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге юҡҡа ғына диалог өсөн майҙансыҡҡа әүерелмәне. “Мәктәп 21” белем биреү проектына ярашлы, был үҙәк генетиктарҙы ла, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге  белгестәрҙе лә әҙерләй. Юғары класлы белгестәр әҙерләү, төбәк һәм университеттың стратегик партнерҙары тарафынан булдырылған ресурстар тураһында “Һаҡлыҡ банкының” Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Азамат Салихов һөйләне.

Осрашыуҙа ӨФТУ-ның 100 иң һәләтле беренсе курс студенты ҡатнашты. Улар араһында 12 кеше Берҙәм дәүләт имихандарын төрлө фәндәр буйынса 100 балға тапшырыусылар, 40 студент Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса уҡырға инеүселәр, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында 11 еңеүсе һәм призерҙар ҙа бар. Шулай уҡ “Ростех ҡанаттары” һөнәри-белем биреү трекынан да 48 беренсе курс студенты булды.

Мәҫәлән, Өфөнөң 60-сы лицейын тамамлаусы Илья Аристов алдан уйлап Ростех программаһына уҡырға инә. Ул - хеҙмәт династияһы вәкиле: ата-әсәһе Өфөнөң моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Илья ла берекмәнең ҙур коллективында хеҙмәт итергә теләй.

Осрашыу барышында беренсе курс студенттарын республиканың фәнни-белем биреү потенциалы, мөһим төбәк һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр менән таныштырҙылар.

Республикабыҙҙың, Татарстандың, Мәскәү, Ырымбур, Ульяновск, Силәбе, Пенза өлкәләренең иң яҡшы абитуриенттары артабанғы белем алыу өсөн Башҡортостан вузын һайлауҙар менән Өфө фән һәм технологиялар университеты бик тә ғорурлана.

 Фото: ӨФТУ-нан.

 

Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы
Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы
Йәштәр – республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең байлығы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас