

Бар шарттар тыуҙырылған интернат – ата-әсәләрҙең күңел тыныслығы ла...
Әбйәлил районының Буранғол ауылы тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Боронғо башҡорт ауылдарының береһе ул. Халҡы тура һүҙле, эшсән, дәртле, сәмле булыуы менән айырылып тора. Шуға күрә әбйәлилдәр үҙ-ара шаяртып “буранғолдар булмағанды булдырыр” тип әйтергә ярата. Ауылда донъялағы берҙән-бер халыҡ кейеҙ йорто бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ул бикле тора, етәксе юҡ.
Ауыл халҡының йыр-моңға талантлы булыуы ошо ерҙең хозур тәбиғәтенән дә киләлер. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов, уның улы, танылған режиссер Айрат Абушахманов, Башҡортостандың атҡаҙанҡан артистары - Рәмзил Сәлмәнов, Шәһит Хамматов, йырсылар Айрат Зиннәтов, Дамир Тайыпов, Ринат Баймырҙин, Нургиз Ғүмәров һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан был ауылдан.
Белем байрамы алдынан Буранғол ауылында ҡыуаныслы ваҡиғалар булып үтте. Нисәмә йылдар ремонт күрмәгән мәктәп янындағы интернатҡа капиталь ремонт үткәрелеп, ул өр-яңы заманса һулыш алды. Ошонда уҡ балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы офисы урынлашҡан. Был эштәрҙең барыһын да “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тулыһынса атҡарып сыҡты.
“Әйткән һүҙебеҙгә тоғро ҡалабыҙ”
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бынан бер нисә аҙна элек тап “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан райондың “Ирәндек” балалар ял лагерында заманса талаптарға яуап биргән спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылғайны. Бөгөн иһә Буранғол ауылында йәнә яңы объекттар сафҡа инде.
Әйткәндәй, республика Башлығы Радий Хәбиров менән үткән кәңәшмәлә йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев Әбйәлил районы хакимиәте менән социаль партнерлыҡ килешеүгә ярашлы, беҙ мөһим социаль башланғыстарға ярҙам итеү буйынса йөкләмәләрҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ һәм Әбйәлил районында инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырасаҡбыҙ, тигәйне.
Әйткән һүҙ үтәлде һәм йәнә инвесторҙар үҙҙәренең һүҙендә тоғро ҡалыуын һәм яуаплы инвестор икәнлеген дәлилләп, Буранғол мәктәбе янындағы интернатҡа тиҙ арала капиталь ремонт үткәреп, Белем көнөнә уны файҙаланыуға тапшырҙы.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев киләсәк быуындың уҡыу шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль проекттарға һәр саҡ ҙур иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тап шуға ла урындағы балаларҙың уҡыуға теләге артһын өсөн Буранғол интернат-мәктәбен яңыртырға ҡарар иттек,тине.
—Беҙ социаль яҡтан яуаплы инвестор. Шуға лә әйткән һүҙебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалабыҙ. Белеүегеҙсә, интернаттың торошо ысынлап та бик насар ине. Беҙҙең төҙөүселәр бинаны тиҙ арала емереп, тик ҡоро стеналар ғына ҡалдырып, балалар өсөн бар уңайлыҡтары булған яҡты, йылы һәм заманса бүлмәләр эшләне. Бөгөнгә беҙ ремонт эштәрен тамамлап ҡына ҡалманыҡ, бөтә биналарҙы заманса ҡорамалдар, кәрәкле инвентарь менән йыһазландырҙыҡ. Интернатта күп функциялы кабинеттар барлыҡҡа килде, атап әйткәндә, бейеү, спорт, технология кабинеттарында һәр уҡыусы үҙенең һәләтен асып, артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырылған. Ашхана тулыһынса яңыртылды, музей бүлмәһе лә бар. Уҡыусыларға бындай шарттарҙа тик “бишле” билдәләре генә алырға кәрәк,–ти Таһир Тимербай улы.
Әсәйҙәр ҙа шат бөгөн, балалар ҙа шат
Яңыртылған интернатты асыу тантанаһында уҡыусыларҙың да, ата–әсәләрҙең дә йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыны. Сарала район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтигәрәев, Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов, мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов, уҡытыусылар, ауыл халҡы һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәктәп директоры Юлай Фәхрисламов белдереүенсә, Буранғол урта мәктәбендә быйылғы уҡыу йылында 121 уҡыусы белем аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәп тарихында тәүге тапҡыр белем усағы беренсе класс уҡыусыларһыҙ ҡалған. Аҡ алъяпҡыстар таҡҡан уҡыусы апайҙарын, матур костюмдар кейгән ағайҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп торған кескәй ҡыҙ һәм малайҙарҙың күп булыуы киләсәктә мәктәптең “беренсе класс”һыҙ ҡалмаясағына дәлил. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы ла тиҙҙән яңыртылған интернаттағы бүлмәләргә тулыһынса күсәсәк.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла тиҙ арала өр-яңы интернаттың барлыҡҡа килеүен ниндәйҙер бер мөғжизәле күренешкә бәйләне. Башта ауыл халҡы ла ремонттың беренсе сентябргә өлгөрәсәк тиеүҙәренә ышанмайыраҡ ҡабул итһә, әле килеп ысынбарлыҡты үҙ күҙҙәре менән ҡарап, хайран ҡалды.
Мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Хәҙисә Хәлилова үҙ сығышында былай тине: “Һыуыҡ көндәрҙә һыуыҡ интернатҡа балаларын ҡалдырып киткән ата-әсәләрҙең күңелдәренең ни тиклем әрнеүен күреп, күҙҙәремде йәшерә инем. Сөнки нисек кенә йылытһаҡ та, яҡһаҡ та бүлмәләр йылынманы, һыуыҡ, ел үтәнән-үтә өрөп торҙо. Әле ҡарап сыҡтым да һүҙһеҙ ҡалдым. Бар шарттар тыуҙырылған, балалар буш ваҡытында спорт ҡоролмаларында шөғөлләнә ала, ҡыҙҙар ултырып кейемдәр тегә, теләйһең икән, бейеү бүлмәһендә шөғөллән! Мөғжизә түгелме? Үҙе бер мөғжизә! Йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”,–тине Хәҙисә Рәйес ҡыҙы.
Интернатта бөтәһе 29 бала йәшәйәсәк, уларҙың күбеһе Шәрип, Мәйгәште ауылдарынан. Бер ғаиләнән булған балалар бер бүлмәлә урынлаша. Мәҫәлән, өс ҡыҙ үҫтергән Айсилә Хажимова Шәрип ауылынан, әле ҡыҙҙарын интернатҡа урынлаштырырға килгән. Алтынай – һигеҙенсе, Айсулпан – етенсе, Таңсулпан ҡыҙҙары дүртенсе класҡа килгән. Апайҙарын өс йәшлек Илгиз ҡустылары оҙатып ҡалған.
-Бүлмәләргә килеп ингәс тә, ҡыҙҙарымдан күберәк үҙем шатландым. Койкалар яңы, постель кәрәк-яраҡтары бар. Ошоға тиклем барыһын да үҙебеҙгә һатып алырға тура килә торғайны. Матростар ҡаты, йолҡосланып бөткәндәре лә осраны. Бер туғандарҙың бер бүлмәлә урынлашыуы ла яҡшы, өйҙәге кеүек бер-береһенә ярҙам итәсәктәр, апайҙары һеңлеләренең дәрес әҙерләүҙәрен дә тикшереп торор. Бүлмәләрҙең яҡты һәм йылы булыуы бигерәк тә һәйбәт,– ти ҡыҙҙарына ярҙамлашҡан Айсилә Хажимова.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: интернатта йәшәгән балаларҙы йома дәрестән һуң һәм ял көнө төштән һуң мәктәп автобусы алып бара һәм алып килә. Быйыл Буранғол мәктәбенә өр-яңы автобус та бирелгән.
Ауыл халҡының сәләмәтлеге өсөн
Буранғол ауылы халҡының һаулығын да хәстәрләй “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Башта капиталь ремонт бары тик интернат бинаһында ғына башланһа ла, артабан ауыл халҡының һәм район етәкселегенең тәҡдиме менән дөйөм практика табибы офисы ла интернат бинаһына күсерелгән һәм тулыһынса кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Буранғол дөйөм практика табибы офисы шәфҡәт туташы Гөлйөҙөм Сабитова 34 йыл эшләй, әммә тәүге тапҡыр заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһында эшләйәсәгенә һөйөнөп бөтә алмай. Буранғол ауылынан башҡа, күрше Мәйгәште, Хәмит, Һәйетҡол ауылдарын да хеҙмәтләндерәләр, 3 меңгә яҡын кешенең сәләмәтлеге һағында торған Буранғол ауылының аҡ халатлы, аҡ күңелле шәфҡәт туташтарына артабан да иҫән-һау эшләргә яҙһын.
Бер һүҙ менән әйткәндә, был көндәрҙә Буранғол ауылы халыҡ ҡыуаныслы ваҡиғалар кисереп, алдағы көнгә ҙур өмөттәр бағлап, тағы ла ауыл мәҙәниәт йортоноң да яңы һулыш кисереүен теләп ҡалды. Кем белә, бәлки, йәнә Буранғол ауылында социаль проекттың сафҡа инәсәгенә шаһит булырбыҙ әле.
Автор фотолары.