

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында Өфөнөң вуз-ара кампус резиденты – М. Аҡмулла исемендәге БДПУ – Еңеүселәр быуынын данлаған яугир-педагогтарға арналған муралдар асты. Педагогия вузы корпустарын хәҙер дүрт мурал (диуарға төшөрөлгән ҙур һүрәт – авт.) биҙәй.
Беренсе корпуста, Технопарк менән административ бина тоташҡан урында, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, БДПУ-ла кафедра доценты, ветерандар хәрәкәте әүҙемсеһе Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншинға арналған мурал тора.
Тантанаға абруйлы ҡунаҡтар килде – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, 2005-2018 йылдарҙа БДПУ ректоры, педагогия фәндәре докторы Рәил Әсәҙуллин һәм Сабир Йыһаншиндың улы Ришат Йыһаншин.
Муралды асып, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов, яугир-педагогтар Еңеү килтереп кенә ҡалмай, улар – ауыр һуғыштан һуң үҙ илен тергеҙеп, яңы быуындар тәрбиәләгән, күңел йылыһын, әүҙем тормош позицияһын ғүмер буйына һаҡлаған күренекле кешеләр, тип билдәләне. Ул Сабир Шәйәхмәт улының республика, ил мәғариф системаһына индергән өлөшө тураһында һөйләп үтте. Сабир Йыһаншин мәғариф министры булған йылдарҙа республика мәктәп эшмәкәрлеге буйынса 46-сы урындан 4-сегә күтәрелә һәм Уралда беренсе урынға сыға.
Эльвира Айытҡолова студенттарға:
– Хәтер мәрхүмдәргә ҡарағанда тереләргә күберәк кәрәк. Һеҙ уҡытыусы булырһығыҙ, мәктәптәргә килерһегеҙ һәм балаларҙы ил, республика тарихы аша һәм Сабир Шәйәхмәт улы кеүек шәхестәр миҫалында уҡытырһығыҙ, – тип мөрәжәғәт итте.
Шул уҡ көндө Аҡмулла университетының төрлө корпустарында тағы ла өс мурал асылды. Береһе Яков Иосифович Гельблу – телсе-ғалим, германист, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, коллекция йыйыусы-филателист, филология фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы иҫтәлегенә. Яков Иосифович совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби тәржемәсе була.
Тағы бер мурал Башҡорт АССР-ында мәктәпкәсә педагогика тарихын тикшергән беренсе ғалим Миңленур Нуретдин ҡыҙы Ғирфановға арналған. Һуғыш йылдарында Миңнинур Нуретдин ҡыҙы зенитсы булып хеҙмәт итә, кесе сержант званиеһына эйә була.
Дүртенсе мурал Дәүләтхан Ғилемхан улы Йәнгировҡа арналған. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика-математика факультетында өлкән уҡытыусы булып эшләгән. 3-сө Белоруссия фронтында һуғышҡан, Көнсығыш Пруссиялағы алыштарҙа ҡатнашҡан.
Иҫтәлекле композицияларҙы асыу М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ветерандарын – вуздың тарихына, үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙе – иҫкә алыу өсөн тағы ла бер яҡшы сәбәп булды.
Мәғлүмәт, фото: М.Аҡмулла исемендәге БДПУ.