

Радий Хәбиров "Беренсе курс студенттарына бағышлау" республика фестивалендә ҡатнашты. Йәштәр сараһы Көрәш һарайы майҙансығында республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждарынан 5 мең студентты йыйҙы. Йәштәрҙе сәләмләп Башҡортостан Башлығы барыһын да уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы һәм һайлаған һөнәрҙәрен уңышлы үҙләштереүҙәрен теләне.
– Был көн һеҙҙең өсөн үҙенсәлекле булырға тейеш. Ошо көндән башлап һеҙ студент булып китәһегеҙ. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙа бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим осор. Уҡыған ваҡытта яңы дуҫтар табырһығыҙ, үҫешерһегеҙ һәм күп яңылыҡтар белерһегеҙ. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы артабан үҫтереү өсөн һеҙ профессионал булырға тейешһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Иҫ киткес шәп республикала, илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарында уҡыуығыҙҙы аңлауығыҙ бик мөһим. Өфөбөҙ бик ҡунаҡсыл, парктар, спорт һәм мәҙәни учреждениелар күп. Һеҙҙең яҡшы уҡыуығыҙҙы теләйем. Был осор һеҙҙең хәтерегеҙҙә тормоштоң иң сағыу осоро булып ҡалһын.
Артабан инде республика Башлығы яҡшы уҡыған беренсе курс студенттарына студент билеттарын тапшырҙы. Улар – Берҙәм дәүләт имтихандарында 291 балл йыйған Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Арина Хәкимйәнова, 286 балға тапшырған Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты Шамил Ваһапов һәм Өфө технология һәм дизайн колледжы студенты, Халыҡ-ара заманса хореография конкурсы еңеүсеһе Дарина Мусина.
Радий Хәбиров шулай уҡ сессия ваҡытында "автомат" алыуға хоҡуҡ биргән имтиханға бәхетле билет уйнатыуҙа ҡатнашты. Уны Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курс студенты отто. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусылар студенттар антын ҡабул итте һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың гимндарын башҡарҙы. Сара йәш башҡарыусыларҙың концерты менән дауам итте.
***
Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе "Беренсе курс студенттарына бағышлау" фестиваленең хәҙер инде йолаға әйләнеүе тураһында һөйләне.
– Был ваҡиғаға етди ҡарайым. Сәбәбе – студенттар һайлаған һөнәрҙәренең илебеҙгә кәрәкле, мөһим булыуын тойһон, уларға ихтирам менән ҡарауҙарын һәм тыуған республикабыҙҙа һәр ваҡыт уларҙы көтөп алыуҙарын аңлаһын. Бында беҙ улар менән шөғөлләнәбеҙ, тәрбиә, кәңәш бирәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанға юғары уҡыу йорттары рейтингының яҡшы булыуына һәм белем биреү сифатына ҡарап бик күп йәштәр килә. Бынан тыш, беҙҙә ҡала мөхите яҡшырғандан-яҡшыра, спорт менән шөғөлләнеү, үҙебеҙҙе төрлө йүнәлештәрҙә үҫештереү мөмкинлеге бар. Был студенттар өсөн бик мөһим!
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.