Белем һәм тәрбиә
5 Сентября 2025, 14:20

Өфө студентының проекты еңеү яуланы

Альфред Ғәләүетдиновтың яҫы табанлылыҡты һәм башҡа патологияларҙы танырға ярҙам итеүсе “Сәләмәт табан” тип аталған мобиль ҡушымтаһы грант отҡан.

Өфө студентының проекты еңеү яуланыӨфө студентының проекты еңеү яуланы
Өфө студентының проекты еңеү яуланы

Башҡортостан медицина университетының 5-се курс студенты Альфред Ғәләүетдинов яҫы табанлылыҡты һәм башҡа патологияларҙы танырға ярҙам итеүсе “Сәләмәт табан” тип аталған мобиль ҡушымта эшләгән. Ошо проекты менән ул “Инновацияларға ярҙам итеүсе федераль фондтың “Студенттар стартапы” конкурсында еңеү яулаған. Проектты тормошҡа ашырыу идеяһы университеттың эске ауырыуҙар һәм клиник психология кафедраһының ғилми түңәрәк базаһында тыуа. Студенттың остазы – ошо кафедра мөдире, университеттың Студенттар фәнни йәмғиәтенең ғилми етәксеһе Антон Тюрин.

– Проекттың асылы – төрлө проекцияларҙағы табан фотографияларын анализлау өсөн яһалма интеллекттың нейроселтәр моделен файҙаланыуҙа. Был теге йәки был патологияның булыу-булмауы тураһында һөҙөмтә алырға ярҙам итә. Бындай анализ алыҫ райондарҙа, мәктәптәрҙә, фитнес үҙәктәрендә скрининг яһау өсөн бик ябай ысул. Табан патологияһы ауыртыу тыуҙырмай, шуға күрә консерватив дауалау өсөн аҙаҡ бик һуң булыуы ихтимал, – ти Альфред Ғәләүетдинов.

Альфред  – “Студенттар стартапы” конкурсының алтынсы сиратында еңгән 23 студенттың береһе. Ул “Технологиялар” федераль проектының “Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы” сараһына ярашлы үтә. Башҡортостан студенттары проект үҫеше тарихында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Еңеүселәр араһында проектта тәү тапҡыр ҡатнашҡан биш сит ил студенты ла бар.

– Медицинала ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн грант конкурстары үҙенсәлекле мөмкинлектәр бирә. Был студенттар өсөн яҡшы табип ҡына түгел, ә тикшеренеүсе табип булыу өсөн яҡшы старт. Бөгөн донъя фәненең төп бурысы – кешене яҡшы генетика менән нисек оҙаҡ һәм дөрөҫ йәшәтеү. Университетта студенттар башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, – тине университет ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Валентин Павлов.

Башҡортостан еңеүселәр һаны буйынса илдә дүртенсе урынды биләй. Республика студенттарының 158 заявкаһы еңеүсе тип табылған. Һәр береһе бизнес-проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион һум күләмендә грант аласаҡ.

Фото: “Бәйләнештә” селтәре.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас