Белем һәм тәрбиә
9 Сентябрь 2025, 12:15

Кристаллография нимә аңлата?

Конкурсанттарға ауыр һорау индерелгән

Кристаллография нимә аңлата?Кристаллография нимә аңлата?
Кристаллография нимә аңлата?

Хәбәр итеүебеҙсә, "Геовызов-2025" тигән халыҡ-ара геология чемпионаты республикабыҙҙа 8 сентябрҙән 17 сентябргә хәтлем бара. Башҡортостан 16 илдән унда ҡатнашыусыларҙы өсөнсө тапҡыр ҡабул итә.

Ысынлап та, илебеҙҙең 22 төбәгенән һәм 16 сит илдән геология йүнәлешендәге юғары уҡыу йорттары студенттары бер нисә көн һуҙымында һорауҙарға яуап бирә, шулай уҡ практик яҡтан да оҫталыҡтарын күрһәтә. Бәйгелә ҡатнашыусылар 12 дисциплина буйынса көс һынаша. Радиометрия, минерология һәм петрография, палеонтология, гидрогеология, нефть һәм газ һәм башҡа йүнәлештәр шуға асыҡ миҫал.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр институты директоры, ярыш судьяһы Сергей Ковалев әйтеүенсә, быйыл буласаҡ геологтар өсөн кристаллография кеүек ауыр һорау индерелгән.

– Сит илдән дә ҡатнашыусылар булғас, бәйге ныҡ сәмле бара, – ти Сергей Ковалев. – Башҡортостандың иҫ киткес күркәм урында урынлышыуы менән үҙенсәлекле. Улай ғына ла түгел, унда ҡатнашыусы студенттарға артабан Рәсәйҙең алдынғы "Роснедра", "Башнефть", "Башнефтегеофизика" һәм "Газпром" һымаҡ компанияларында стажировка үтеү мөмкинлеге биреләсәк.

Фото: Башинформ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас