Белем һәм тәрбиә
11 Сентябрь 2025, 12:30

Учалыла оҫталыҡҡа ярышалар

Икенсе задание бигерәк үҙенсәлекле. Ошо һәм башҡалар тураһында - түбәндәге яҙмала:

Учалыла оҫталыҡҡа ярышаларУчалыла оҫталыҡҡа ярышалар
Учалыла оҫталыҡҡа ярышалар

Учалы районының Ҡалҡан һәм Рысай ауылдары эргәһендә “ГеоВызов” III халыҡ-ара геология чемпионатының яландарҙағы һынауҙары башланды. Сара “Экологик именлек” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы бара, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Рәсәйҙең 22 төбәгенән һәм 16 сит илдән студенттар-геологтар “Геология маршруты”, “Гидрогеология” һәм “Шлиховка пробаһын алыу” йүнәлештәре буйынса өсөшәп кеше үҙ көсөн һынай.

Судьяларҙың белдереүенсә, “Шлиховка пробаһын алыу” ысулы электән билдәле һәм, ғәҙәттә, алтын эҙләүселәр тураһындағы фильмдарҙа күрһәтелә. Ярыштың беренсе этабында тәҡдим ителгән пробаны 20 минутта йыуырға һәм минералдарҙың составын һаҡларға кәрәк. Икенсе задание саҡырыу кеүек булды. Сарала ҡатнашыусыларға минералдарҙың яһалма ҡушымтаһын (кварц, шпат, турмалин, галенит, аурипигмент) бирҙеләр. Уларҙы тәбиғәттә осратып булмай. Маҡсат – уларҙы асыҡлау ғына түгел, минералдар тураһында яҡшы белеү ҙә.

Әйткәндәй, “ГеоВызов” чемпионаты Учалы һәм Шишмә райондарында үткәрелә.

Сығанаҡ, фото: https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/752956/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас