Белем һәм тәрбиә
12 Сентябрь 2025, 06:15

"Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр"

Республика мәктәптәрендә агрокластар асылды.

"Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр""Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр"
"Бәләкәйҙән өйрәнеп үҫһендәр"

Яңы уҡыу йылы башында республиканың ике мәғариф учреждениеһында – Нуриман районының Байгилде ауылындағы лицейҙа һәм Бүздәктең 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә агрокластар асылды.

Уларға, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектының “Агросәнәғәт комплексында кадрҙар” төбәк проектына ярашлы, заманса ҡорамалдар һәм инвентарҙар тапшырылды. Агрокластарҙы йыһазландырыуға ете миллион һумдан ашыу аҡса киткән. Был сығымдарҙың 90 проценты федераль һәм төбәк ҡаҙналары тарафынан ҡапланасаҡ.

– Киләсәген ауыл хужалығы тармағы менән бәйләргә теләгән балаларҙы мәктәп йәшендә үк ныҡлап әҙерләй башлау мөһим, – тине Нуриман районында агрокласс асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Мәктәп, колледж һәм аграр юғары уҡыу йорто араларында “сылбыр” булдырһаҡ, тармаҡҡа ысын профессионалдар әҙерләй аласаҡбыҙ. Республикабыҙға 400 тирәһе агрокласс кәрәк. Был мәсьәләне 2030 йылға тулыһынса хәл итергә ниәтләйбеҙ.

Яңы эш башлаған Байгилде агролицейында балаларға “Агротехнологиялар”, “Генетика һәм селекция” йүнәлештәре буйынса белем бирелә, ә Бүздәк мәктәбендә төп иғтибар “Агроинженерия”ға йүнәлтелә. Был кластарҙа бөтәһе 160 самаһы уҡыусы.

Проекттарҙың партнерҙары – Ш.М. Хәбибрахманов крәҫтиән (фермер) хужалығы, Баһау исемендәге агрофирма һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты.

 

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры:

– Ауылдарҙың тормошо тәү сиратта йәш быуынға бәйле. Улар тыуған ерендә ҡала икән, ауыл үҫәсәк. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, урындағы мәктәптәрҙә агрокластар асыу эшен көсәйтергә булдыҡ. 2030 йылға тиклем республикала уларҙың һанын 400-гә еткереү күҙ уңында тотола. Әлбиттә, дәрестәр алып барыу өсөн белгестәр кәрәк, был йәһәттән дә мохтажлыҡтар хәстәрләнеп, эш комплекслы алып барыласаҡ.

Нур ҒӘЛЛӘМОВ, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәре:

– Элек беҙ, ауыл хужалығы көслө саҡта, эштең бөтә үҙенсәлектәрен атай-олатайҙарҙан өйрәнә инек. Хәҙер, әлбиттә, мәктәптә аграр өлкә буйынса дәрестәр кәрәк, был башланғысты тулыһынса хуплайым. Балаларҙы бәләкәйҙән ер эшенә йәлеп итеү – ауылдарҙы һаҡлау нигеҙе ул.  

 Фото: “Башинформ”.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас