

Урал реконструкция һәм үҫеш банкының өҫтәмә офисы директоры Светлана Петрова – биш бала әсәһе. Ул үҙ өлгөһөндә яуаплы эш менән бәхетле ғаилә тормошон бергә алып барыу, ике йүнәлештә лә юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген күрһәтә. Көндөң күп өлөшөн һөнәри бурыстарына бағышларға мәжбүр әсә нисек уңышҡа өлгәшеүсән, маҡсатҡа ынтылышлы балалар үҫтерә ала?
Хоҡуҡ менән бурыс йәнәш атлай
– Әлбиттә, барыһына ла өлгөрәм тип әйтә алмайым. Был мөмкин дә түгел, – ти Светлана. – Иң мөһиме – дөрөҫ планлаштырыу. Мин һәр ваҡыт көн режимын һаҡлайым, балаларымды ла шуға өйрәтәм. Йыйнаҡлыҡ, яуаплылыҡ, мөһимде кәрәкһеҙҙән айыра белеү – эшләгән һәр әсәй өсөн төп сифаттар, тип иҫәпләйем.
Биш бала үҫтергән 42 йәшлек ҡатындың 18 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. Педагогик һәм иҡтисади юғары белемгә эйә.
– Бала тыуҙырыу менән уҡыуым йәнәш барҙы, декрет ялы алманым тиерлек (иң бәләкәй сабыйымды үҫтергәндә генә 1,5 йылға тиклем отпускта булырға тура килде), – ти эшлекле ханым.
Светлана Петрова һөнәри юлын мәктәптә башлай. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы хеҙмәтен атҡара. Биш йылдан иһә эшмәкәрлек өлкәһен ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар итә – банкка ябай оператор булып урынлаша. “Билдәле, һәр тармаҡта үҫеш өсөн ошо йүнәлештә белем кәрәк. Шуға иҡтисадсы һөнәрен алыу маҡсатында университетҡа ситтән тороп уҡырға индем һәм был ҡарарыма һис ҡасан үкенмәнем, – ти Светлана. – Бөгөн ике юғары белемем дә эшемдә ныҡ ярҙам итә. Банк офисы етәксеһе булараҡ, институттарҙа, колледждарҙа, мәктәптәрҙә финанс грамоталылығы дәрестәрен үткәрәм. Хәҙер бит шуға өҫтөнлөк бирелә: беҙ халыҡҡа банк хеҙмәттәре генә күрһәтеп ҡалмайбыҙ, ә буласаҡ клиенттарыбыҙҙы аҡсаны дөрөҫ тотонорға, был йәһәттән хоҡуҡтарын, бурыстарын белергә лә өйрәтәбеҙ. Ғөмүмән, йәштәргә аңлатыу эшенә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Улар 18 йәштән үк күп мөмкинлектәргә эйә: кредит юллай, шәхси эшҡыуар булып теркәлә ала һ.б. Ә үҙҙәре был ғәмәлдәрҙең нимә талап иткәненә төшөнөп тә етмәй. Хоҡуҡ менән бергә бурыс та йәнәш йөрөй бит. Әммә быны ҡайһы берҙәр һуң ғына аңлай. Мутлашыусылар иһә ошондай осраҡтарҙы аңдып ҡына тора, күп осраҡта ауылдарҙан килгән беренсе курс студенттарын ҡарауыллап тороп, уларҙың исеменә шәхси предприятие, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт аса, иҫәп-хисап счеты буйынса рәсәйгә дуҫ булмаған илдәргә ҙур суммала аҡса күсерә. Һөҙөмтәлә йәш кешегә аныҡ енәйәт яуаплылығы янаясаҡ. Ошо хаҡта һәр ерҙә аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Мин, төп хеҙмәтемдән тыш, тап шуның менән шөғөлләнәм дә.
Ике көнөң бер тигеҙ булһа...
Был йәһәттән йәштәрҙе генә түгел, үҙеңде лә даими тәрбиәләргә кәрәк, ти Светлана Петрова.
– Балаларға аңлатып ҡына алға барыу мөмкин түгел. Үҙеңде шәхес булараҡ үҫтермәһәң, йәш быуынға әллә ни белем бирә алмаясаҡһың, – тигән ышаныста ул. – Өйҙә ултырһаң, әлбиттә, балаға иғтибар бүләһең, хәстәрләйһең, әммә уны артабан үҫтереү ауырыраҡ. Ни өсөн тигәндә, тормош мәшәҡәттәре арта, өҫтәүенә донъя ла икенсе төрлөрәк була бара. Йыл ярымлыҡ декрет ялында был һынауҙы үттем. Эшкә сыҡҡас иһә йәмғиәттәге ауырлыҡтарҙы күреп, балаларға ниндәй аспекттар кире тәьҫир иткәнен аңлап, уларҙың өлкәнерәктәре менән ошо хаҡта һөйләшә башланым.
Ғөмүмән, эшкә йөрөүҙең өҫтөнлөктәре күп. Атай-әсәйҙең икеһенең дә мәшғүллеге ғаилә бюджеты өсөн дә яҡшы. Аҡсаны күберәк алаһың икән, ул балаларға түңәрәктәр, өҫтәмә күнекмәләр һайлау, күмәкләп сәфәргә юлланыу йәһәтенән дә киңерәк мөмкинлектәр аса. Мин ул-ҡыҙҙарымды үҙҙәре теләгән түңәрәктәргә йөрөтә, төрлө түләүле конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаштыра алам. Әгәр ғаилә бюджеты бер генә кешенең иңенә һалынһа, әлбиттә, бындай мөмкинлек булмаҫ ине.
Светлана Петрова билдәләүенсә, һәр баланың һәләтенә бәләкәй сағынан уҡ иғтибар итеп, уны ошо йүнәлештә үҫтереү мөһим. Уның үҙенең ике өлкән ҡыҙы хәҙер инде студенттар, айырым йәшәйҙәр, эшләйҙәр. Был – тырышып уҡыу, даими үҫешкә ынтылыу һөҙөмтәһе. Ун йәшлек Гордей иһә төрлө йүнәлештәге конкурстарҙа, конференцияларҙа йыш ҡатнаша. Халыҡ-ара иншалар конкурсында гран-при яулап, Рәсәйҙең талантлы балалары исемлегенә индерелгән. Ғаиләләге ике бәләкәй ҡыҙ әлегә үҙҙәрен ижадта, спортта һынай.
– Педагог булараҡ, шуны яҡшы аңлайым: йәмғиәттә үҙен дөрөҫ тота, кешеләр менән һөйләшә белһә, аралашыуҙан ҡурҡмаһа, һәр бала ҙур уңышҡа өлгәшә аласаҡ, – ти Светлана. – Шуға ла мин ул һәм ҡыҙҙарыма үҙҙәрен бәләкәйҙән үк төрлө хәлдәрҙә һынап ҡарау мөмкинлеген бирәм. Беренсенән, улар спорт менән шөғөлләнә, сәхнәлә сығыш яһай; икенсенән, ярышалар; өсөнсөнән, конференцияларҙа ҡатнашып, шәхси фекерен асыҡ яҡларға, үҙ һүҙен әйтергә өйрәнәләр. Нимәлер килеп сыҡмаған осраҡта ла, был йәһәттән артабан да эшләйәсәкбеҙ, мотлаҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшәсәкбеҙ, тип дәртләндерәм.
Светлана Петрова, ғөмүмән, бар яҡлап күркәм өлгө күрһәтеп йәшәй. Ул һоҡланғыс әсәй һәм ҡатын ғына түгел, үҙ эшенең оҫтаһы, алдына ҙур маҡсаттар ҡуя белгән уңған хеҙмәткәр ҙә. Һәр ваҡыт яҡшы физик формала, спорт менән шөғөлләнә. Шулай ҙа балалары менән бергә үткәргән ваҡытын иң ҡиммәтлеһе тип һанай.
– Финанс өлкәһендә лә, педагогика тармағында ла артабан камиллашасаҡмын. Ике йүнәлеш буйынса ла бөгөн үҫеш мөмкинлектәре киң. Тик йыбанмаҫҡа, көсөңә ышанырға, үҙ-үҙеңде хөрмәт итергә кәрәк. Ике көнөң бер тигеҙ булһа, йәғни үҫешмәһәң, артҡа китеүең ихтимал, – тигән фекерҙә замандашыбыҙ.
Фото: “Башинформ”.