

Әлфиә Вилданова сығышы менән Ишембай районы Этҡол ауылынан. Ғаиләһендә өсөнсө ҡыҙ бала булып донъяға килгән. “Бәләкәй саҡта апайҙарым йыр уҡытыусы булам тиһә - мин дә йыр уҡытыусыһы булам тигәнмен, башҡорт теле уҡытыусыһы булам тип әйтһәләр - мин дә башҡорт теленән уҡытыусы булам тип йыш бәхәсләшкәнемде хәтерләйем”,— ти ул.
Әлфиә Ғаяз ҡыҙы, апайҙарына эйәреп, Сибай институтына уҡырға инә. Бөгөн ул ике һөнәргә эйә: педагог-психолог һәм тәрбиәсе.
Хеҙмәт юлын Сибайҙың "Сулпылар" балалар баҡсаһында педагог-психолог булып башлай. Өр-яңы әкиәт кеүек "Әкиәт" балалар баҡсаһы асылғас та, унда тәрбиәсе булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгә тиклем ошо һөнәренә тоғро ҡала. Балалар менән эшләүҙә тәүге алған һөнәре лә бик ярап ҡала, балалар, ата-әсәләр, хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш булдырыуҙа ярҙам итә, шуға ла эш уға еңел бирелә.
— Эшемде бик яратам. Бала һәр яҡлап камил үҫешһен, уның һәләттәрен асыу, үҫтереү—төп бурысыбыҙ. Һәр кескәйҙе яңы мөхиткә "бала саҡ иленә" ҡабул итеүе яуаплы ла, ҡыҙыҡлы ла. Беҙ, тәрбиәселәр, балаларҙы тәрбиәләп кенә ҡалмайбыҙ, иң мөһиме уларға уҡытыусы ролендә, иң тәүге аҙымда белем кимәлдәрен арттырабыҙ. Балаларҙы дөрөҫ итеп үҙ-ара аралашырға, үҙҙәрен йәмғиәттә нисек тоторға, һүрәт төшөрөргә, бумала һәм ҡәләмдәрҙе тоторға өйрәтәбеҙ, спортҡа ылыҡтырабыҙ, йыр-моң донъяһына “сумдырабыҙ”.
Ғөмүмән, балалар баҡсаһы үҙе бер "мәктәп усағы". Сөнки йәш үҙенсәлектәре буйынса балалар төркөмдәргә бүленә. Иң һуңғыһы - сығарылыш мәктәпкәсә йәштәге төркөм. Нәҡ ошо төркөмдән инде йыр-моңдан башҡа, заманға ярашлы бөгөнгө көндә күпселек балалар һанарға, яҙырға, йәмғиәттә үҙҙәрен нисек дөрөҫ тоторға һәм аралашырға өйрәнеп сыға. Һәр балаға дөрөҫ йүнәлеш табырға тырышам. Күп осраҡта балалар менән йәштәштәре кеүек аралашам: көлдөрәм, шаяртам, шул уҡ ваҡытта талапсан, үҙемә ҡарата хөрмәт талап итәм.
Минең төркөмдә тәрбиәләнгән балалар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа призлы урын яулай, бигерәк тә шиғыр һәм әкиәт һөйләү буйынса маҡсатлы эш алып барам. Шул уҡ ваҡытта профессиональ яҡтан үҙемде үҫтереү өҫтөндә лә әүҙем эшләйем. Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә телебеҙҙе үҫтереү һәм һаҡлау йүнәлешендә, "Әйлән-бәйлән" балалар фольклор ансамбле түңәрәге астыҡ. Ата-әсәләр менән йылы мөнәсәбәттә, уртаҡ тел табып эшләргә тырышам.
Балаларға һөйөү һәм бала күҙлеге аша бағам, шуға ла эшемде һәм балаларҙы ла бер рәттән яратам. Коллегаларым да үҙемә ынтылып торалар, һәр бер сара, йәмәғәт, грант эштәрендә әүҙем ҡатнашып эшләп йөрөйөм. Беҙҙең балалар баҡсаһында үткән асыҡ саралар һәм иртәлектәр өсөн сценарийҙар яҙам. Уҡытыусылар,китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, оло быуын кешеләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйем. Быйылғы сығарылыш иртәһендә урғылып аҡҡан балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең күҙ йәштәрен үҙ эшемә баһа тамсылары булараҡ ҡабул иттем.
Балаларҙы ысын патриот булып тәрбиәләргә тырышам. Балалар баҡсаһынан минең төркөм сығарылыш тәрбиәләнеүселәре,Рәсәй һәм Башҡортостан гимынын, башҡорт теленең хәрефтәрен (өндәрен) яттан белеп сығалар. Әсәйҙәр шуға ныҡ рәхмәтле, — ти Әлфиә Вилданова.
Замана тәрбиәсеһе ижади шәхес тәрбиәләргә тейеш, һәр баланы уның һәләтенә ҡарап, ваҡытында аса белеү ҙә бик мөһим. Был тәңгәлдә лә Әлфиә Ғаяз ҡыҙы ижади хеҙмәткәр булараҡ танылған. Уның ниндәйҙер һиҙемләүе, баланың һәләтен тойоу һәләте бар. Шуға күрә уның тәрбиәләнеүселәре киләсәктә - буласаҡ инженерҙар ҙа, артистар ҙа, уҡытыусы һәм табиптар ҙа. Психолог булараҡ та, кескәйҙәр менән генә түгел, ә ата-әсәләр менән йылы мөнәсәбәттә, уртаҡ тел табып эшләй. Хатта ял көндәрендә балаларҙың ата-әсәләре менән бергәләшеп тәбиғәт ҡосағына сығып бергә ял итеү, ҡыш көндәрендә сана-саңғы шыуыу саралар ҙа матур бер йолаға әйләнгән.
Һәләтле тәрбиәсе үҙе лә һәр саҡ үҫеш өҫтөндә: мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары араһында үткән төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Төрлө гранттар ҙа яулай, үҙен бар яҡлап пофессиональ яҡтан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Балалар баҡсаһында үткән асыҡ саралар һәм иртәлектәр өсөн сценарийҙар яҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, гәзит-журналдарға күпләп яҙыла.
Эшенән уңған ҡатын ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош иптәше Руслан Йәүҙәт улы менән йәштән ғаилә ҡороп, матур донъя көтә. Бәхетле тормоштарын йәмләп Тимур һәм Әлимә исемле балалары үҫә.
Сибай ҡалаһының иң шәп тәрбиәсеһе өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!