Белем һәм тәрбиә
21 Сентябрь 2025, 16:55

"Балалар менән бергә башҡортса йәнһүрәттәр төшөрҙөк"

"Күңелемдә - ҡояш" конкурсында - Өфөнән Гөлгөнә Әмирғәлина.

"Балалар менән бергә башҡортса йәнһүрәттәр төшөрҙөк""Балалар менән бергә башҡортса йәнһүрәттәр төшөрҙөк"
"Балалар менән бергә башҡортса йәнһүрәттәр төшөрҙөк"

“Бала сағымдан туған телемә оло һөйөү тойоп үҫтем. Был – ғаиләмдәге, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусым Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙының рухи тәрбиәһенән”, – ти бөгөн Өфө ҡалаһындағы 277-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлгөнә Әмирғәлина.

Фирүзә Ғәбдинур ҡыҙының дәрестәрен ныҡ яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, остазының юлын һайлай.

“Туған телемдең үҫешен хәстәрләү – тормошомдоң мәғәнәһе, – ти ул бөгөн. – Күңелемдәге ошо һөйөүҙе “Илһам”, “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Полиглоттар” конкурстарының еңеүселәре булған тәрбиәләнеүселәремә еткерергә тырышам”.

Гөлгөнә Данил ҡыҙы әйтеүенсә, әле ул “Мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт телен мультипликация алымдары менән өйрәтеү” тип аталған ғилми-тикшеренеү эше алып бара. Бөгөнгә ҡәҙәр балалар менән бергә башҡорт телендә ундан ашыу йәнһүрәт төшөргәндәр.

“Кескәйҙәргә туған телде өйрәтеү өсөн яңынан-яңы әсбаптар, ҡулланмалар төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙҙең үҙенсәлектәрен белеп һәм заманса технологиялар ҡулланып ҡына башҡорт телен өйрәнеү процесын мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итергә мөмкин”, – ти һөнәрен мөкиббән яратҡан йәш педагог.

Ҡәҙерле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған “Күңелемдә – ҡояш” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.

Фотолар Г. Әмирғәлинаның шәхси архивынан алынды.  

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас