

“Тәрбиәсе хеҙмәтен һайлауымды тормошомдағы иң мөһим ҡарарҙарымдың береһе тип һанайым. Һөнәрем миңә тик ыңғай тойғо-кисерештәр бүләк итә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылдырып йәшәтә”, – ти Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наталия Сибатова.
Ул 1987 йылда Свердловск ҡалаһында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Урал финанс-юридик институтын тамамлап, финанс һәм кредит буйынса иҡтисадсы һөнәрен ала. Артабан яҙмыш елдәре уны Башҡортостандың Илеш районына алып килә, бында кейәүгә сыға, хәҙер инде – өс баланың бәхетле әсәһе.
Республикала икенсе юғары белем ала – Өфө фән һәм технологиялар университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, педагог һөнәренә эйә була. Илештең Сереккүл, Теләпән ауылдары балалар баҡсаларында, Этәй мәктәбендә тырышып эшләй. 2023 йылдың апреленән иһә – Үрге Йәркәйҙең 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
– Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында эшләй башлағас уҡ күп сабыйҙарҙың хәрефтәрҙе, өндәрҙе әйтеү менән проблемалары булыуын күреп, Өфө фән һәм технологиялар университетында белемемде камиллаштырҙым – логопед һөнәренә уҡыным, – ти Наталия Александровна.
Ғөмүмән, даими үҫешкә ынтыла ул. Быйыл муниципаль кимәлдәге “Йыл уҡытыусыһы-2025”, “Йыл педагогы-2025” һөнәри оҫталыҡ конкурстарында еңеү яулаған.
– Холоҡ-фиғелемә килгәндә, әүҙеммен, ижади күңеллемен. Башҡаларға ярҙам итергә әҙер торам, педагогик тәжрибәмде үҫтерергә ынтылам, – ти Наталия Александровна. – Балаларға бар һөйөүемде, белемемде бирергә тырышам, уларҙы яҡын кешеләрен, тыуған ерен ҡәҙерләргә өйрәтәм. Эштә сабыйҙар менән үткән һәр көнөм – бәхет. Улар мине тормошҡа бала күҙе менән ҡарарға, яҡтыға ынтылырға, ышанырға өйрәтә, һайлаған һөнәремдең ни ҡәҙәр мөһим, әһәмиәтле икәненә ныҡлы инандыра.
Ҡәҙерле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Күңелемдә – ҡояш” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фотолар Н. Сибатованың шәхси архивынан алынды.