

“Беҙҙең “Миләш” балалар баҡсаһы – районыбыҙ мәғарифының сағыу биҙәге. Коллективтың татыулығы, атай-әсәйҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, рухлылыҡ арҡаһында ҙур уңыштарға өлгәшә киләбеҙ”, – ти Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алина Хәсәнова.
Ул – ошо райондың Оло Ҡыҙылбай ауылы ҡыҙы. Тыуған төйәгендә башланғыс белем алғас, Әләгәҙ урта мәктәбендә уҡый, артабан Мәсәғүт педагогия колледжында “Мәктәпкәсә йәштәге балалар, үҫешендә, холҡонда етешһеҙлектәре булған балалар тәрбиәсеһе” һөнәрен ала. Унан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә, “Мәктәпкәсә педагогика һәм психология” квалификацияһы бирелә.
Алина Ғәбделәүәл ҡыҙы педагогик эшмәкәрлеген 2003 йылда башлай. “Миләш”тә – 2022 йылдан. Тормош юлдашы менән ике бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Свердловск өлкә медицина колледжы Красноуфимка филиалының 2-се курсы студенты, улдары иһә – Оло Ыҡтамаҡтағы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Балалары икеһе лә бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Әле ҡыҙҙары – волейболсы, улдары – футболсы.
Алина Хәсәнова – үтә яуаплы, намыҫлы, идеяларға бай белгес, ти балалар баҡсаһы етәкселеге. Методик йәһәттән грамоталы, уйлы, ижади күңелле педагог үҙ өлгөһөндә һәр балала белемгә, яҡшылыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй. Милли асылды, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Бай хеҙмәт тәжрибәһе менән педагогик совет ултырыштарында, райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең методик берләшмәләре семинарҙарында даими уртаҡлаша, төрлө сараларға, конкурстарға әҙерлек эшендә, методик программалар төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Ошолай бар яҡлап өлгөлө, яуаплы, һөнәрен мөкиббән яратҡан Алина Ғәбделәүәл ҡыҙын хеҙмәттәштәре, атай-әсәйҙәр сикһеҙ хөрмәт итә, артабан да ҙур уңыштар теләй.
Хөрмәтле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Күңелемдә – ҡояш” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фотолар А. Хәсәнованың шәхси архивынан алынды.