Белем һәм тәрбиә
23 Сентябрь 2025, 07:50

"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"

Балалар баҡсаһына килеп, йылмайып көтөп алған балаларҙың йөҙҙәрен күреү – уның өсөн ҙур бәхет.

"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем""Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"

27 сентябрь – Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите тәрбиәселәр араһында ойошторған “Күңелемдә – ҡояш” тигән конкурсында Гөлназ Вәкил ҡыҙы Әпҡадирова ла ҡатнаша.

Гөлназ Әпҡадирова Белорет ҡалаһында урынлашҡан 25-се "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһында 20 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләй. Уңған тәрбиәсене балалар ярата, ә ата-әсәләр хөрмәт итә. "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаева ла уның тураһында тик яҡшы фекерҙә, эшен маҡтап телгә ала. 

Эшен яратып башҡарған хеҙмәткәрҙең тәрбиәләнеүселәре лә ҡала кимәлендә уҙған сараларҙа һәр саҡ уңышлы сығыш яһай. Үҙе лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әйткәндәй, быйыл район һәм ҡала балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында еңеүсе булыуға өлгәшкән, хәҙер ул республика кимәлендә район исеменән сығыш яһаясаҡ.

–  Мин – тәрбиәсе! Ғорурланып та, ҙур яуаплылыҡ менән дә әйтәм был һүҙҙәрҙе. Үҙ телендә иркен һөйләшкән, башҡорт телен ихтирам иткән, киләсәк быуын өсөн кәрәкле шәхес үҫтереү – минең төп маҡсатым, хыялым. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йырҙарын, милли кейемдәрен, ижадын өйрәнеп үҫәбеҙ. Балалар – киләсәгебеҙ, уларға әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү – тәрбиәсенең изге бурысы. Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, сөнки яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәрт, көс өҫтәй. Балалар баҡсаһына килеп, йылмайып көтөп алған балаларҙың йөҙҙәрен күреү – үҙе үк бик ҙур бәхет минең өсөн, – ти Гөлназ Әпҡадирова.

Гөлназ Әпҡадироваға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Гөлназ Әпҡадированың ғаилә архивынан.        

"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
"Тәрбиәсе һөнәрен һайлауыма үкенмәйем"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас