

2-се Бүздәк урта мәктәбенең 8Г класында белем алыусы Алмаз Дистанов күптән түгел юлда телефон табып ала һәм ундағы бәйләнеш һандары аша телефонды хужаһы Гөлнара Фәнүр ҡыҙына тапшыра. Телефонын тиҙ генә табылыуына шатланып бөтә алмай уның эйәһе. Тәртипле, аҡыллы, ғәҙел уҡыусы тәрбиәләгәндәре өсөн, мәктәпкә лә, Алмаздың ата-әсәһенә лә рәхмәт белдерә.
Изге ғәмәле өсөн егеткә аҡсалата бүләк тә бирергә теләйҙәр, ләкин Алмаз унан баш тарта. “Кеше әйберенә тейергә ярамай!” тип бәләкәйҙән матур тәрбиә алып үҫкән ул.
–Хужаһына телефонын табышып биреп, уға файҙа эшләнем. Изгелек итә алғаным өсөн үҙем дә һөйөндөм, - ти Алмаз.
Бына шундай матур йәштәр үҫеп килеүенә нисек һоҡланмайһың! Был хәбәрҙе ишеткәс, Алмаз тураһында күберәк белге килде.
–Алмаз – аҡыллы бала. Беҙҙе шатландырып тора. Мәктәптән дә уға ҡарата бер ҡасан да ризаһыҙлыҡ ишеткәнебеҙ юҡ. Бигерәк тә ололарға ҡарата ярҙамсыл, ихтирамлы. Үҙенең өләсәһен ярата. Улыбыҙ агро-инженер класында уҡығас, өләсәһенең 79 йәшенә махсус рәүештә май айынан бирле бүлмә сәскәһен үҫтерҙе һәм уны сентябрь айында тыуған көнөнә бүләк итте. Бик яуаплы, эшкә егәрле улыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бәләкәйҙән саҡтан уға үҫемлектәр донъяһы оҡшай һәм Аграр университетҡа уҡырға керергә хыяллана. Ер эшен яратҡас, ағаһы менән икәүләп йәй буйы баҡса үҫтерәләр, – ти әсәһе Надежда Николаевна.
Алмаз үҫемлектәр менән төрлө һынауҙар үткәрә, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә. Быйылғы йәйге каникулы ла тығыҙ үткән. Баҡса үҫтереү, шифалы үләндәр киптереү менән шөғөлләнгән. Ул ғына ла түгел, Йәштәр үҙәгендәге патриотик лагерға ла йөрөргә лә өлгөргән. Унда ул һалдаттар өсөн маскировка селтәрҙәре үрергә, шәмдәр яһарға өйрәнгән. Ошо рәүешле ялын файҙалы итеп уҙғара.
Алмаз – ғаиләлә өсөнсө бала. Уның ағаһы Арсен да тик бишле билдәләренә уҡый. Мәктәптең маҡтау таҡтаһында уның фотоһүрәте тора. Хәҙер инде үҙ аллы тормошта булған иң өлкән апайҙары ла туғандарына өлгө.
Атай-әсәйҙәренә генә түгел, яҡташтары өсөн дә ғорурлыҡ ул ошондай тәрбиәле, аҡыллы йәштәр.
Фото: Дистановтар ғаиләһенән.