Белем һәм тәрбиә
24 Сентября 2025, 17:30

Кампуста Бөтә Рәсәй "Кибер-102" хакатоны үтә

2025 йылдың 14 - 16 ноябрендә Өфөнөң Вуз-ара студенттар кампусының “21-се мәктәп” майҙансығында бизнес өсөн продукттар эшләүселәр өсөн унынсы юбилей ярыштары – Бөтә Рәсәй “Кибер 102” хакатоны үтәсәк. Эшҡыуарҙар һәм компаниялар бизнес өсөн һанлы продукттар эшләү буйынса үҙ мәсьәләләрен тәҡдим итә ала.

Кампуста Бөтә Рәсәй "Кибер-102" хакатоны үтәКампуста Бөтә Рәсәй "Кибер-102" хакатоны үтә
Кампуста Бөтә Рәсәй "Кибер-102" хакатоны үтә

2025 йылдың 14 - 16 ноябрендә Өфөнөң Вуз-ара студенттар кампусының “21-се мәктәп” майҙансығында бизнес өсөн продукттар эшләүселәр өсөн унынсы юбилей ярыштары – Бөтә Рәсәй “Кибер 102” хакатоны үтәсәк. Эшҡыуарҙар һәм компаниялар бизнес өсөн һанлы продукттар эшләү буйынса үҙ мәсьәләләрен тәҡдим итә ала. Сара Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалының 85 йыллығына арналған. Бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу, шулай уҡ IТ-компетенцияларҙы үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проектының маҡсаттарына тап килә.

- Бындай ярыштар үткәреү бизнесҡа һәм IТ-берләшмәгә ғәмәли һанлы продукттар эшләү өлкәһендә отошло хеҙмәттәшлек булдырырға мөмкинлек бирә. Хакатондар - ул шулай уҡ уҡыусылар, студенттар өсөн үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеү, IТ - өлкәлә үҙ урынын, ә бәлки эш биреүсеһен дә табыу мөмкинлеге,  - тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Быйыл хакатондың төп темалары - веб-платформалар, мобиль ҡушымталар, маркетплейстар, видеоуйындар, геймификацияланған ҡушымталар, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ ҡушымталары, виртуаль симуляторҙар һәм тренажерҙар, күләмле мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн программалар, чат-боттар, нейросеть, яһалма технологиялар ҡулланып интеллектуаль системалар эшләү, виртуаль турҙар, 3D-моделирование һәм башҡа һанлы продукттар эшләү. Ойоштороусылар билдәләүенсә, хакатон - әҙер IТ-сиселеш, әҙер проектты алыу һәм командаға “үҙ белгесеңде” табыу өсөн яҡшы мөмкинлек.

Бер нисә команда бизнес тәҡдим иткән бурыстарҙы һайлай һәм өс көн һәм ике төн дауамында уны хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләй. Финалда бурысты тәҡдим иткән компания вәкиле әҙер прототиптарҙы баһалай, иң яҡшыһын һайлай һәм команданы үҙенең призы менән бүләкләй. Ойоштороусылар сараны үткәреүҙе тулыһынса тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә ала һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә.

Быйыл проект федераль статусҡа эйә буласаҡ. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән IТ-белгестәр ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, сарала РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советының Һанлы иҡтисад буйынса советы ағзаһы, “Һанлы иҡтисад” компетенциялар үҙәге директоры Надежда Сурова ҡатнашасаҡ.

2025 йылдың 7 ноябренә тиклем форманы тултырып, эшеңде йүнәлтергә мөмкин.

Белешмә.     Биш йыл эсендә “Кибер 102” хакатондарында 55 компания һәм 1000-дән ашыу разработчик ҡатнашҡан. Күптәр бында оҙайлы хеҙмәттәшлек өсөн IT-командалар тапҡан һәм проекттарҙы уңышлы тамамлаған.

 Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27546/  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас