Белем һәм тәрбиә
24 Сентября 2025, 17:50

Яңы ҡорамал аҙыҡ-түлекте теүәл баһалай

Башҡорт дәүләт аграр университетының Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендәге “Агробиотехнологиялар” лабораторияһы  аҙыҡ-түлекте аныҡ анализлау өсөн заманса ҡорамалдар менән тулыланды.

Яңы ҡорамал аҙыҡ-түлекте теүәл баһалайЯңы ҡорамал аҙыҡ-түлекте теүәл баһалай
Яңы ҡорамал аҙыҡ-түлекте теүәл баһалай

Башҡорт дәүләт аграр университетының Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендәге “Агробиотехнологиялар” лабораторияһы  аҙыҡ-түлекте аныҡ анализлау өсөн заманса ҡорамалдар менән тулыланды. ИнфраЛЮМ Фт-12 инновациялы приборы аҙыҡ-түлек продукттарына, шул иҫәптән һөткә һәм иген культураларына, теүәл анализ үткәрергә мөмкинлек бирә. Прибор заманса инфраҡыҙыл анализ технологиялары менән йыһазландырылған, ул продукттың химик составын тиҙ һәм аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Махсус сигнал эшкәртеү алгоритмы ярҙамында ҡоролма продукттың норманан  аҙ ғына тайпылғанын да билдәләргә, етештереү технологияһының боҙолоуын ваҡытында асыҡларға һәм сифатһыҙ тауар сығарыуҙы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Башҡорт дәүләт аграр университеты хеҙмәткәрҙәре һәм аспиранттары яңы ҡорамалдарҙа эшләргә өйрәнгән дә инде.

Бындай яңы технологияларҙы ҡулланыу лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн кәрәкле ваҡытты күпкә ҡыҫҡартырға, һөҙөмтәләрҙең аныҡлығын арттырырға һәм сифат стандарттарын үтәүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә, тип һөйләнеләр юғары уҡыу йортонда. ИнфраЛЮМ ФТ-12 - агросәнәғәт секторын яҡшыртыу менән шөғөлләнгән ғалимдар һәм технологтар өсөн яңы мөмкинлек. Үлсәүҙәрҙең аныҡлығын арттырыу етештереүселәргә һөт эшкәртеү һәм ауыл хужалығы культураларын үҫтереү процестарын яҡшыртыу өсөн ышаныслы нигеҙ тәьмин итә, шулай уҡ Рәсәй предприятиеларына халыҡ-ара кимәлдә конкурентлыҡ итергә мөмкинлек тыуҙыра.

 Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://campusufa.ru/news/1487   

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас