Белем һәм тәрбиә
25 Сентябрь 2025, 17:45

“Оя” анимация киноһы фестивале үтте

Уның төп темаһы традицион ҡиммәттәр булды.

“Оя” анимация киноһы фестивале үтте“Оя” анимация киноһы фестивале үтте
“Оя” анимация киноһы фестивале үтте

Өфөлә Евразияның фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында “Оя” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй анимация киноһының йәштәр фестивале үтте. Был сара “Ғаилә контенты үҫешенең милли агентлығы” тарафынан мәҙәни башланғыстар Президент фонды, ӨДНТУ-ның Нефть-газ бизнесы институтының социаль һәм сәйәси коммуникациялар кафедраһы ярҙамы менән ойошторолдо.

Программала ВГИК-ты төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙың эштәр күргәҙмәһе, индустрия эксперттарының оҫталыҡ дәрестәре, фестивалдәрҙең шорт-битенә ингән иң яҡшы эштәрҙе күрһәтеү ҡаралды.

-Бында йәш, ижади, креатив тамашасылар менән осрашыу мөмкинлеге биргән өсөн Башҡортостанға, беҙҙең партнерҙарыбыҙға, ойошторорға ярҙам итеүселәргә рәхмәтлебеҙ. Фестиваль – анимацияны яратыусыларға йәш авторҙарҙың көслө эштәрен күрергә, Ватан анимацияһының һәм комикстарҙың тарихы менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Тармаҡ профессионалдары өсөн экспертлы диалог ҡорорға юл асты. Беҙҙең фестиваль ижади йәштәргә ярҙам итеүгә мөхит тыуҙырыуға  маҡсатланған , - тине “Оя” фестивале продюсеры Алексей Покровский.

Фестивалде илдең билдәле китапханасыһы, Рәсәйҙә ҙур комикстар коллекцияһын һаҡлаусы, график романдар серияһы авторы Андрей Дроздов асты. Ул йәштәргә классик әҙәбиәттең яңы форматы күҙаллауында комикстар тураһында һөйләне.  

 “Оя” анимация фестивале өсөн Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтен, тарихи хәтерен һаҡлау мөһим булып тора. Фестивалдең икенсе көнө Бөрөлә уҙҙы.

 - Миңә фестиваль оҡшаны, анимация илендә бик ҡыҙыҡлы. Бигерәк тә йондоҙло күккә әүерелгән ҡыҙҙың тарихы күңелгә ятты. Бына-бына йәш тәгәрәп төшөп китер һымаҡ тойолдо. Ойоштороу ҙа юғары кимәлдә. Китапханасы Андрей иң яҡшыһы булды, ул сараны биҙәне, - тип кисерештәре менән уртаҡлашты ӨДНТУ студенты Сабрэн Бегушев.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас