

Бөгөн Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттар кампусында “Республика менән Белем” мәғариф форумы үткәрелде.
Форумды модератор “Өфө фән һәм технологиялар университеты” мәғарифты үҫтереү идаралығының проекттар офисы етәксеһе Дилара Яппарованың инеш һүҙенән һуң параспортсы, блогер Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев асты. Уның сығышы "Спорт и сәләмәт тормош образы: сикһеҙ мөмкинлектәр” тип аталды.
Артабан “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт ярҙамы саралары” темаһына сығыш яһаны, ә Дмитрий Смирновтың лекцияһы “Башҡортостан Республикаһы махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы эшмәкәрлеге тураһында” тип аталды.
Шуныһы әһәмиәтле: онлайн-тәртиптәге был форумда республиканың бер юлы бер нисә ҡалаһы ҡатнашты. Белорет педагогия колледжында, мәҫәлән, бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләре өсөн “Хәүефһеҙ интернет” темаһына лекция уҙғарылды. Туймазы дәүләт юридик колледжында ойошторолған “Заманса һөнәри белем алыу мөмкинлектәре: ата-әсәләр нимәне белергә тейеш” тип аталған лекция, исеменән үк күренеүенсә, шулай уҡ ата-әсәләргә тәғәйенләнгәйне. Бынан тыш Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында, Иглин ҡасабаһында һәм башҡа муниципалитеттарҙа ла ошондай уҡ сара үткәрелде, уларҙа балаларҙың белем кимәлен күтәреүгә арналған лекцияларҙы мәктәп уҡыусылары тыңланы.
Фото: Юғары уҡыу йорттары студенттар кампусы.