

Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялландым. Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Нефтекама педагогия училищеһында уҡып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙем. Хыялым тормошҡа ашты!
Диплом алғас, тыуған районыма ҡайтып, Яңы Ҡайпан ауылы мәктәбендә белем бирә башланым. Тәтешле районы данын бөтә илгә, донъяға танытҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Украина яғынан БТР танкын алып сыҡҡан батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновтың беренсе уҡытыусыһы булдым. Уның яҙмышы өсөн әрнейем дә, ғорурланам да... Уҡыусымдың иҫтәлегенә яҙған шиғырымды тәҡдим итәм:
Бөгөнгөләй күҙ алдымда тора
Беренсе класҡа килеп ингәнең.
Кескенәнән шулай асыҡ йөҙлө булдың,
Осҡон сәсеп торҙо күҙҙәрең.
Кескенәнән шулай ҡыйыу булдың,
Бер ҡасан да юғалып ҡалманың.
Иптәштәрең ҡыйын хәлдә ҡалһа,
Ярҙам итеп һуҙҙың ҡулдарың.
Раббым, Аллам, ожмах ишеген ас
Фәнис исемле изге балаға!
Күпме генә ғүмер йәшәп китте,
Оло дан ҡалдырып донъяға.
Раббым, доға ҡылып һорайым Һинән:
Сабырлыҡ бир әсәһенә!
Шундай ҡыйыу батыр үҫтергән ул
Ватанына, бөйөк иленә.
Үҙемдең эшмәкәрлегемә килгәндә, артабан ситтән тороп Бөрө педагогия институтында белем алдым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып сыҡтым.
Әле Үрге Тәтешлелә йәшәйем, кейәүҙәмен, ике ул үҫтерәм. 2013 йылдан алып урындағы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсемен. Был һөнәрҙе тағы ла Бөрө педагогия академияһында уҡып алдым. Өс быуын балаларҙы үҫтереп, мәктәпкә әҙерләп сығарҙым.
2022 йылда 1,5 йәштән кесерәктәрҙе алып, әле уларҙы өлкәндәр төркөмөнә еткерҙем. Былтыр балаларҙы “Йәш шайморатовсылар” сафына алдыҡ. Был ваҡиға йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә, башҡорт телен тәрәнерәк өйрәтеүгә ныҡлы этәргес бирҙе.
Әлеге уҡыу йылын башҡорт телен өйрәтеү төркөмө булараҡ башланыҡ. Иң мөһиме – рухи ҡиммәттәрен һаҡларға, яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтылған ысын кешеләр булып үҫһендәр. Уҡытыусы һөнәрем – әлеге эшемдә ҙур таяныс.
Айһылыу ХӘЖИПОВА.
Фотолар А. Хәжипованың шәхси архивынан алынды.
Тәтешле районы.
Ҡәҙерле дуҫтар! “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә барған “Күңелемдә – ҡояш” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш биреүегеҙҙе һорайбыҙ. Еңеүселәр бөгөн асыҡлана.