

Вуз-ара кампуста креатив индустриялар класы асылды
Башҡортостанда яңы белем биреү проекты – “Креатив индустриялар класы” эшләй башланы. Уны Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм республиканың Стратегик үҫеш үҙәге менән берлектә Өфө дәүләт нефть техник университетының Бизнес һәм креатив индустриялар экосистемаһы институты тормошҡа ашыра.
Уҡытыу ике йылға иҫәпләнгән, практик, оҫталыҡ дәрестәре, проект эштәрен үҙ эсенә ала. Уҡытыу өс майҙансыҡта – Евразия фәнни-белем үҙәгенең Вуз-ара кампусында, ӨДНТУ-ла һәм ҡатнашыусы мәктәптәрҙә ойошторола. Программа ижади һәләттәрҙе һәм професиональ компетенцияларҙы булдырыуҙы берләштерә. Уҡыусылар сәнғәт, дизайн, медиа һәм технологияларҙың төрлө йүнәлештәрендә үҙҙәрен һынай, команда эшенә, коммуникацияға, публика алдында сығыш яһарға өйрәнә, киләсәк индустрияһында кәрәкле техник инструменттарҙы үҙләштерә ала.
Беренсе ағымда Ҡ.А. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернаты, Өфөнөң 126-сы мәктәбе, М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицей уҡыусылары ҡатнаша. Шулай уҡ Бөрө ҡалаһы лицейы уҡыусылары Өфөгә айына бер тапҡыр килеп уҡыясаҡ.
Һәр класҡа айырым модулдәр менән уҡыу планы төҙөлгән.
Улар араһында:
Дәрестәрҙе Өфө нефть университеты уҡытыусылары үткәрә. Эшкә юғары уҡыу йорто студенттары ла ҡушыла, улар уҡыусыларға дисциплиналарҙы үҙләштереүҙә ярҙам итә. Уҡыу йомғаҡтары буйынса уҡыусылар үҙ проекттарын яҡлаясаҡ.
Белешмә
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27568/