

Быйыл Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына 29 мең егет һәм ҡыҙ инде, был һандың тағы ла артасағы көтөлә.
Уҡырға ингәндәрҙән 51 кеше – йөҙ балл йыйған үҫмерҙәр. Беренсе курс студенттарының тағы ла артыуы мөмкин, сөнки түләүле урындарға уҡырға алыу дауам итә. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина белдерҙе.
“Абитуриенттарҙан ғаризалар былтырғынан 45 процентҡа күберәк булды. Үҫеш шул иҫәптән бюджет урындарының 10 процентҡа артыуы менән дә аңлатыла”, – тине ул.
Беренсе курс уҡыусылары араһында махсус хәрби орпеацияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларынан 813 кеше бар, улар өсөн бюджет урындарына квота 10 процент тәшкил итә.
Фото: БР Фән һәм юғары белем дәүләт комитеты.