

Өфө ҡалаһының Колонналар залында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм бер төркөм педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә оло рәхмәтемде еткерәм, – тине Радий Фәрит улы. – Махсус хәрби операцияға ярҙамығыҙ ҙур, бөгөн белем усаҡтарын тамамлаусы сығарылыш уҡыусылары дошман менән алыша. Ысынлап та, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа бер төптән булып махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарҙы ярҙамынан өҙмәй.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, уҡытыусыларҙы хәстәрләү – өҫтөнлөклө эш йүнәлештәренең береһе. Белем усаҡтарының төҙөлөүе, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһының яҡшырыуы, педагогтарға аҡсалата ярҙам күрһәтеү һәм башҡа хәстәрлектәр шуға асыҡ миҫал.
Радий Фәрит улы бөтә ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған күренекле шәхестәребеҙҙе Ғәлиә Мөхәмәтйәнованы, Зөһрә Сынбулатованы һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.
Фән докторы Ғәлиә Мөхәмәтйәнованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул тормошон мәғариф тармағынан тыш күҙ алдына килтермәй. Бөгөн ул Башҡортостан Башлығы ҡулынан Халыҡтар дуҫлығы орденын алды. Шулай уҡ бүтәндәр ҙә дәүләт наградаларын алып шатланды.
Фото: Илдар Аҡъюлов.