

Өфөлә үткән сарала 30-ҙан ашыу нефть һәм газ тармағы, IT, медицина һәм сәнәғәт предприятиеларының вакансиялары менән таныштылар. Бөтә Рәсәй буйынса студенттар отрядтары эшмәкәрлеге, актуаль хеҙмәт проекттары тураһында хәбәрҙар булдылар. HR-белгестәрҙең лекцияларын һәм уңышлы йәш профессионалдарҙың сығыштарын тыңланылар. “PRO-квиз: Твой скилл в деле” йәштәр квизында, трансформация һәм һөнәри йүнәлеш уйындарында, компетентлы спикерҙар менән белем биреү интенсивтарында ҡатнаштылар. Форумды ойоштороусылар - БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Эшлекле белем биреү мәктәбе ярҙамында Рәсәй студенттар отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
Башҡортостандың студенттар отрядтары - Рәсәй йәштәренең иң ҙур хеҙмәт хәрәкәте. 2015 йылдан алып республиканың студенттар отрядтары мәктәбен 50 меңдән ашыу кеше үткән, улар тәүге хеҙмәт тәжрибәһе, лайыҡлы эш хаҡы алған һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергән. РСО хәрәкәтенә ҡушылыр, талап ителгән эшсе һөнәрҙәренә бушлай уҡыр һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур проекттарға эшкә урынлашыр өсөн трудкрут.сом сайтында форма тултырырға йәки РСО-ның колл-үҙәгенә 8 800 770 0 117 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-10-03/v-ufe-bolee-3000-shkolnikov-i-studentov-stali-uchastnikami-foruma-trud-krut-4413799
Фото: РСО.