

Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ҡарамағында Йәш юрист мәктәбен асыу тантанаһы үтте. Мәктәп юғары квалификациялы һәм хеҙмәт баҙарында талап ителгән юридик профилле белгестәр әҙерләйәсәк. Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина Йәш юрист мәктәбен хоҡуҡ белгестәренең яңы быуыны өсөн ысын практика тип атаны.
-Яңы ысынбарлыҡта закон статьяларын белеү генә етмәй. Уларҙы тормошта ҡуллана белеү, хәүеф-хәтәрҙе алдан күрә белеү зарур. Беҙ үҙебеҙ юрист- студенттар инек һәм йәш белгескә юғары уҡыу йортонда алынған теориянан практикаға күсеү еңел түгеллеген беләбеҙ. Тап ошо айырманы Йәш юрист мәктәбе бөтөрөргә тейеш. Был проектты тап тыуған Башҡортостанымда башлауыбыҙға шатмын. Был сифатлы кадрҙар резервын әҙерләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ирина Панькина.
Мәктәптең тәүге тыңлаусыларына Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров мөрәжәғәт итте. Рәсәй Юристар ассоциацияһы күп йылдар инде йәштәр башланғыстарын хуплай һәм үҫтерә, тип билдәләне ул.
Өфө ҡала округы советы рәйесе урынбаҫары, Өфө ҡала советы депутаты Артур Шәйнуров билдәләүенсә, турбулент заманда ҡануниәттең яңы архитектураһы интенсив формалаша, ил грамоталы һәм төплө юристарға мохтаж.
Йәш юрист мәктәбе программаһында иң кәрәкле йүнәлештәр буйынса интенсив дәрестәр, алдынғы тәжрибәләр һәм дәүләт органдары вәкилдәре менән осрашыуҙар, шулай уҡ эшлекле уйындар ҡаралған.
Төп маҡсат – иң кәрәкле белемде ентекле өйрәнгән һәм дөрөҫ ҡулланған йәш юристар быуынын формалаштырыу. Стратегияның мөһим элементы булып эшкә урынлаштырыу тора. Практика үтеүгә һәм артабан сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү өсөн потенциаль эш биреүселәрҙең мәғлүмәт базаһы булдырыласаҡ. Инициативаны Башҡортостандың башҡа ҡалаларына һәм райондарына ла таратыу күҙаллана.
Белешмә
Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Башҡортостан Республикаһында юридик фәнде, мәғарифты, хоҡуҡи белемде үҫтереү һәм хоҡуҡи мәҙәниәтте формалаштырыу менән шөғөлләнгән юристарҙың иң ҙур һөнәри берләшмәһе булып тора.
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27613/