Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2025, 01:25

Өфө университеты – энергетика форумында

Өфөлә 25-се Рәсәй энергетика форумы үтә. Ҙур ваҡиға Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡытайҙың йөҙҙән ашыу алдынғы компанияһын берләштерҙе.

Өфө университеты – энергетика форумындаӨфө университеты – энергетика форумында
Өфө университеты – энергетика форумында

Өфөлә 25-се Рәсәй энергетика форумы үтә. Ҙур ваҡиға Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡытайҙың йөҙҙән ашыу алдынғы компанияһын берләштерҙе. Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампус резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты егерме йылдан ашыу күләмле форумда ҡатнаша һәм һәр ваҡыт эшлекле программаның бер нисә ғилми-ғәмәли сараһы инициаторы булып сығыш яһай. 2025 йылда ӨФҺТУ-ның “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара конференцияһын, тармаҡ секцияһын ойоштороусы һәм махсуслаштырылған күргәҙмәлә юғары уҡыу йортоноң төп экспоненты була.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инновациялар биләмәһе” күргәҙмә майҙансығында булып, ӨФҺТУ-ның экспозицияһын ҡараны һәм алдынғы эшләнмәләр менән танышты.

“Урал энергетикаһы” халыҡ-ара конференцияһы форумдың икенсе көнөнөң төп ваҡиғаларының береһе булды. Өфөнөң күргәҙмә үҙәгенең конгресс-залында энергетика компаниялары һәм предприятиелары вәкилдәре, ғилми берләшмә һәм буласаҡ энергетиктар – Башҡортостан вуздары һәм колледждары студенттары йыйылды. Конференция барышында энергетика өлкәһендәге ғалимдар һәм тикшеренеүселәр, инженерҙар һәм предприятие белгестәре энергия системаһын үҫтереү өсөн инновацион һәм технологик ҡарарҙарҙы тикшерҙе.

Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы:  https://campusufa.ru/news/1506       

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас