

Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәғариф хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған яуаплы хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар, ижади асыштар, яңы үрҙәр, үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ!
Нисек кенә сыҙармын?
Тағы дәрестәргә әйҙәй
Ҡыңғырау тауыштары.
Шул ҡыңғырау эстәрендә
Ғүмерем ағыштары.
Саң һуҡҡандай ҡыңғырауҙар:
Һынаулы ғүмер юлы.
Йөрәктәрҙе сүкегәндәй
Бәүелеп уңлы-һуллы.
Юҡ, ҡыңғырау, ашыҡмайым,
Дәрт уята сыңдарың.
Һинең көйгә тағы тыуҙы
Тулғаҡлаған йырҙарым.
Ҡабатланмаҫ һәр сыңыңды
Күңел биреп тыңлармын.
Ҡыңғырауһыҙ донъяларҙа
Нисек кенә сыҙармын...
Авторы: Зөһрә Үтәғолова.
Фотола Стәрлетамаҡтың 1-се гимназияһы уҡытыусыһы Венера Вахитова.