

Өфөнөң вуз-ара кампусының ӨДНТУ-ның углерод материалдары һәм спектроскопия технологиялары лабораторияһы графенды ярымсәнәғәт синтезлау йүнәлешендә эш башлаясаҡ. Әлеге көндә юғары сифатлы продукция алыу өсөн иң яҡшы технология режимдарын эҙләү бара. Графен уникаль ныҡлығы, һығылмалығы менән айырылып тора. Ул хатта баҡыр менән ҡоростан да өҫтөн тора. Ул юғары тиҙлектәге электрониканы булдырыу, яңы аккумуляторҙар һәм медицина технологиялары өсөн кәрәк.
Графен – бик ҡиммәтле материал, уны ҡиммәт булмаған нефть химияһы сеймалынан етештереү республикабыҙ сәнәғәте өсөн бик мөһим. Графен битумдың үҙенсәлектәрен яҡшырта, иретмәләрҙең ныҡлығын күтәреү өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ башҡа өлкәләрҙә лә файҙаланыла. Был йүнәлештәге эш яҡшы һөҙөмтәләр килтерәсәгенә өмөт ҙур.
Графен ярҙамында юл төҙөлөшөндә битумдың үҙенсәлеген яҡшыртырға мөмкин. Ҡайһы бер төрҙәрен резина туптар, спортта япмалар, автомобиль корпустары өсөн ҡулланыла. Графенлы тәгәрмәстәрҙең туҙыуы 100 тапҡырға кәмей.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.