Белем һәм тәрбиә
10 Октябрь 2025, 17:50

Вуз-ара кампуста – Рәсәй сит ил студентары ассоциацияһының XIII съезы

Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһы съезында донъяның 45 иленән 250 сит ил студенты ҡатнаша, улар бөгөн Рәсәйҙең 13 төбәгендәге Рәсәй вуздарында уҡый. Сараны ойоштороу һәм делегацияларҙы ҡабул итеүҙе  вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты тормошҡа ашыра. Юғары уҡыу йорто 2023 йылдан Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһының Попечителлек советы составында, ә былтыр уның базаһында Ассоциацияның Өфө филиалы асылды.

Вуз-ара кампуста – Рәсәй сит ил студентары ассоциацияһының XIII съезыВуз-ара кампуста – Рәсәй сит ил студентары ассоциацияһының XIII съезы
Вуз-ара кампуста – Рәсәй сит ил студентары ассоциацияһының XIII съезы

Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһы съезында донъяның 45 иленән 250 сит ил студенты ҡатнаша, улар бөгөн Рәсәйҙең 13 төбәгендәге Рәсәй вуздарында уҡый. Сараны ойоштороу һәм делегацияларҙы ҡабул итеүҙе  вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө фән һәм технологиялар университеты тормошҡа ашыра. Юғары уҡыу йорто 2023 йылдан Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһының Попечителлек советы составында, ә былтыр уның базаһында Ассоциацияның Өфө филиалы асылды.

Съезды асыу тантанаһында Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһының Попечителлек советы рәйесе, Патрис Лумумба исемендәге Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты президенты Владимир Филиппов, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина, РФ фән һәм юғары белем  министры урынбаҫары Ольга Петрова, РФ сит ил студенттары ассоциацияһы президенты Шафаи Хассан ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Ойоштороусылар сараның юғары кимәлен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм форумдың Өфөнөң уникаль майҙансығында – донъя кимәлендәге Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәгендә уҙыуын билдәләне, ә уның төп ойоштороусыһы - бай традициялы илдең иң йәш юғары уҡыу йорто.  

Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова үҙенең сығышын ведомство башлығы Валерий Фальковтың сәләмләүенән башланы. Ул Рәсәй вуздарының сифатлы белем биреүен, һәр студентҡа үҙ юлын табырға ярҙам итеүен,   сит ил студенттары өсөн  илебеҙҙең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек булыуын  билдәләне.

 Башҡортостан Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән сәләмләне һәм: “Бөгөн Башҡортостанда 10 меңдән ашыу сит ил студенты белем ала, был үҙ тарихы, тәбиғәте һәм мәҙәниәте буйынса уникаль булған төбәгебеҙҙең йәлеп итеүсәнлеген дәлилләй. БР территорияһында ЮНЕСКО-ның абруйлы исемлегенә индерелгән ике геопарк урынлашҡан, Өфөлә донъя кимәлендәге Юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы эшләй, унда студенттарға фән менән етди шөғөлләнергә мөмкин”, - тине.

Өфө университеты ректоры Вадим Захаров үҙ сиратында: “Бер ваҡыт Башҡортостанда булғанында Владимир Путин, бында бөтә Рәсәйҙең төрлө мәҙәниәте, диндәре, телдәре, халыҡтар дуҫлығы тамсы һыуҙағы кеүек сағыла, тигәйне. Өфө университеты үҙенең ҙур интернациональ ғаиләһе менән ғорурлана ала: 47000 студент, шуларҙың 3000-е донъяның 60 иленән сит ил студенттары. Уларҙың бөтәһен дә дуҫлыҡ, мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө һәм үҙ-ара ихтирам берләштерә. Быға былтыр университетыбыҙ нигеҙендә ойошторолған Сит ил студенттары ассоциацияһы ла булышлыҡ итә”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Съездың тантаналы өлөшөндә Рәсәй гимнын төрлө илдәрҙең студенттары башҡарыуы бик тулҡынландырғыс күренеш булды. Форумдың беренсе көнөндә Съездың пленар өлөшө, Рәсәй сит ил студенттары ассоциацияһының эш йомғаҡтары тураһында отчеттар, “Сит ил студенттарының Рәсәй Федерацияһы башҡарма власть органдары вәкилдәре менән асыҡ диалогы” түңәрәк өҫтәле, шулай уҡ тарих фәндәре кандидаты, хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Белем” йәмғиәте лекторы Елена Кряжева-Карцеваның лекцияһы планлаштырылған.   11 октябргә ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштырыу өсөн экскурсия ойоштора. Икенсе өлөшөндә  – “Һанлы гигиена һәм Интернетта шәхси хәүефһеҙлек” темаһына лекция.  

Белешмә

Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын.   2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.

Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/27659/        

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас