

Республика көнө алдынан Асҡындағы 2-се балалар баҡсаһында иҫтәлекле байрам сараһы үтте – “Ҡыңғырауҙар” төркөмө балаларын йәш шайморатовсылар рәтенә ҡабул иттеләр.
Илһөйәрлек тәрбиәләү һәм гражданлыҡ позицияһын нығытыуҙағы был тәүге аҙымға барыһы ла ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән әҙерләнде. Кескәйҙәр “Шайморатов генерал” гимнын өйрәнде, яңы тегелгән матур кейемләрҙе кейеп үҙҙәренә үлсәп ҡараны. Кейемде балалар баҡсаһында тектеләр. Күк пилоткаларҙы кескәйҙәргә 2-се урта мәктәптең 8-се В класы уҡыусылары кейҙерҙе. Йәш шайморатовсылар командирына генерал Шайморатов һүрәте төшөрөлгән байраҡ тапшырылды.
Тантанала Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, райондың мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү методисы Ольга Балакина ҡатнашты.”Ҡыңғырау”ҙар гимнды ҙур дәрт менән башҡарҙы һәм Ватанға тоғро булырға ант бирҙе.
– Һеҙ хәҙер башҡорт геройы исемен ғорурлыҡ тойғоһо менән йөрәтәһегеҙ, һеҙгә башҡа балалар тиңләшергә тырышасаҡ. Һеҙ уларға һәр яҡтан өлгө, – тип, өлкәндәр йәш шайморатовсыларға уңыштар теләне.
Фото: “Аскинская новь” гәзите.